+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
28 Февраль 2021, 11:10

КИЛТӘЙ МӘРГӘН

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА. (БАШЫ. АҘАҒЫ БАР...)Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Килтәй Мәргән тигән бер һунарсы. Уның булат ҡылысы менән һәпәләк эте булған. Ата-әсәһе күптән донъя ҡуйғандар. Килтәй Мәргән ҡулында ҡарындашы тәрбиәләнгән.

Килтәй Мәргән бер көн һунарға киткән. Китер алдынан:
— һылыу, бесәйеңде һуҡма, бер-бер хәл булып ҡуйыуы бар, — тип, ҡарындашына иҫкәртеп киткән. Ҡарындашы ағаһына ашарға әҙерләп ҡуйыр булған, ти.
Ҡарындашы, нимәгәлер асыуланып, бесәйен һуҡҡан, ти. Бесәй асыуланып усаҡ эргәһендә ултырған ҡомғанды ауҙарған. Ҡомған тулы һыу булған, һыу түгелеп, усаҡтағы утты һүндергән. Ҡыҙ ашарға әҙерләйем тиһә, уты һүнгән. Ул бик ҡаты ҡайғырған. Шунан тирә-яҡта төтөн сыҡҡан ер күренмәйме икән тип, өйҙөң башына менеп ҡараған. Алыҫ бер ерҙә төтөн сыҡҡан төҫлө күренгән. Ҡыҙ, һоҫҡо тотоп, төтөн сыҡҡан яҡҡа ҡарай китте, ти. Китеп барһа, бер бәләкәй генә өйгә тап булды, ти. Өйҙөң мөрйәһенән төтөнө сығып торған. Ҡыҙ өйгә ингән. Урындыҡта сәстәре туҙған әбей ултыра, ти. Ҡыҙ ҡурҡып ҡына һаулыҡ һорашты, ти.
— Эй балам, ҡайҙан килеп сыҡтың? Ниндәй нужалар һине бында килтерҙе? — тип һораны, ти, әбей.
— Инәй, ут эҙләп килгәйнем. Ут бирмәҫһеңме икән?
— Ярар, балам. Мин һиңә ут бирәм, һин ҡайтҡанда, юлыңа ошо көлдө һибеп, ошо торонбаштарҙы ҡаҙап ҡайтырһың. Мин һиңә иртәгә башымды ҡарата барырмын, — тип ҡыҙға ут, бер күнәк көл менән торонбаштар биреп ҡайтарҙы, ти, әбей. Ҡыҙ юл буйына көл һибеп, торонбаштарҙы ҡаҙап ҡайтты, ти. Ҡайтҡас та ағаһының тамағына әҙерләп ҡуйҙы, ти. Ағаһы һунарҙан ҡайтҡас, ҡарындашы әбей тураһында бер ни ҙә әйтмәне, ти.
Ағаһы иртән тороп тағы ла һунарға киткән. Ул китеп, бер аҙ торғас, теге әбей көйләй-көйләй килә, ти:
Килтәй Мәргән өйҙәме?
Булат ҡылысы сөйҙәме?
Һәпәләк эте бәйҙәме?
Ҡыҙ ҡаршы сығып:
Килтәй Мәргән өйҙә юҡ,
Булат ҡылысы сөйҙә юҡ,
Һәпәләк эте бәйҙә юҡ,—
тип таҡмаҡлаған да:
— Инәйем килгән икән. Әйҙүк, рәхим итеп, түрҙән уҙ. Самауыр ҡуяйым, — тип, әбейҙе өйгә алып инде, ти. Шунан әбей:
— Ярар, балам. Самауыр ҡуйып ыҙаланма. Ваҡытым да юҡ. Башымды ғына ҡаратам да ҡайтам, — тип, башын ҡыҙҙың тубығына һалған да башын ҡарата башлаған. Ул, башын ҡаратам тип, һиҙҙермәй генә ҡыҙҙың елек майын һурған, һурып-һурып, Килтәй Мәргән һунарҙан ҡайтмаҫ борон ҡайтып киткән. Ҡыҙ янулай көн һайын әбейҙең башын ҡараған, әбей уның елек майын һурған. Ҡыҙ көндән-көн кибә, һарғая икән.
Берҙән-бер көн ағаһы:
— Һылыу, ни эшләп былай йөҙөң бойоҡ? Үҙең бик ябығып киттең? — тип һораған. Ҡыҙ:
— Әллә, үҙем дә белмәйем. Аптырайым инде, бер көндө бесәйемә һуҡҡайным. Бесәй усаҡ алдында ултырған ҡомғанды түгеп, усаҡтың утын һүндерҙе. Шунан мин, берәй ерҙә төтөн сыҡмаймы икән тип, өй башына менеп ҡараным. Бер ерҙә төтөн сыҡҡан төҫлө күренгәнгә барһам, бер әбей ултыра. Ул миңә ут бирҙе лә, көн һайын башын ҡаратып, тамам йонсота. Хәҙер хәлем бөтә. Туйғансы ла ашайым, — тип ағаһына зарланған.
— Улайһа, мин ул әбейҙең кәрәген бирәйем әле. Иртәгә мин һунарға бармам, йәшенеп ятырмын, һин мин өйҙә юҡ тип таҡмаҡларһың, — тип, ҡарындашына әйтеп ҡуйған Килтәй Мәргән.
Икенсе көндө Килтәй Мәргән мейес артына инеп йәшенде, ти. Ул һунарға китә торған ваҡыт етеп, аҙыраҡ торғас та теге әбей:
Килтәй Мәргән өйҙәме?
Булат ҡылысы сөйҙәме?
Һәпәләк эте бәйҙәме? —
тип, таҡмаҡлай-таҡмаҡлай килә ята, ти. Уға ҡыҙ:
Килтәй Мәргән өйҙә юҡ,
Булат ҡылысы сөйҙә юҡ,
Һәпәләк эте бәйҙә юҡ,—
тип таҡмаҡлап яуап ҡайтарҙы, ти.
Шунан теге әбей өйгә инәм тигәндә генә, Килтәй Мәргән йәшенгән еренән уҡ кеүек атылып килеп сыҡты ла:
— Һинме, убырлы ҡарсыҡ, минең ҡарындашымды ҡоро һөйәккә ҡалдырған? Мә, көрәгеңде ал! — тип, ҡылысы менән тегенең башын сабып өҙҙө, ти. Өҙөлгән баш ҡапыл өс башлы аждаһаға әүерелде лә ҡуйҙы, ти. Баҡтыниһәң, был мәскәй әбей булған икән. Егет менән аждаһа алыша башлағандар. Эй алышалар, эй алышалар, ти, былар. Килтәй Мәргән аждаһаның ике башын өҙә сапты, ти. Шунан, өсөнсө башын урталайға сабам тип, бик ныҡ сапҡан икән, ҡылыс аждаһаның һөйәгенә ҡаҡлығып китеп, Килтәй Мәргәндең башына килеп тейҙе, ти. Былар икеһе лә бер юлы тәгәрәп киткәндәр.
Ҡарындашы югереп килде лә иҫәңгерәп ятҡан аждаһаның, ҡалған башын өҙә сапты, ти. Шунан ул аждаһаны бик ҙур усаҡ яғып яндырған. Ә ағаһының үлек кәүҙәһен яҡындағы бер ағас ҡыуышына бикләп ҡуйған. Ҡыҙ Килтәй Мәргәндең кейемен кейгән, булат ҡылысын таҡҡан, уҡ-һаҙағын алған да, күк дүнәненә атланып, Килтәй Мәргәнде терелтергә
Читайте нас: