+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
23 Февраль 2021, 12:50

ӘТИЛӘҮ. ӘКИӘТ

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Улар балыҡ тотоп көн күргәндәр. Ашаған ризыҡтары ла һәр ваҡыт балыҡ икән, артҡанын һатһалар, аҡса булған. Олоғайып барған саҡтарында бер улдары тыуған. Әбей менән бабай уны яратып Әтиләү тип исем ҡушҡан. Әтиләү ай үҫәһен көн үҫеп, ҙурайып та киткән. Тиҙҙән әбей менән бабай балыҡҡа ла йөрөй алмай башлаған. Артабан нисек тә көн күрер өсөн, балыҡ һатып йыйған барлыҡ аҡсаларын Әтиләүгә тоттороп, берәй кәзә булһа ла алып ҡайтһын, тип улдарын баҙарға ебәргәндәр.

Әтиләү юлға сыҡҡан. Өс көн, өс төн тигәндә баҙарға барып кергән. Баҙарҙа байҙар ат, һыйыр һата, ә мөйөштә бер ярлы ғына бабай ҡартайып та киткән һауын кәзәһен һатып ултыра, ти. Әтиләү кәзәне һатып алайым тиһә, теге ҡарт арҡанын бирмәй, икән.
Әтиләү баҙар буйлап арҡан эҙләп киткән. Арҡандарҙың ниндәйе генә юҡ: оҙоно, ҡыҫҡалары, йыуаны, нәҙеге. Йәнең телгәнен һайлап ал. Әтиләү кәзәне бәйләп алып ҡайтырлыҡ арҡанды һайлап алған да ҡарт янына килгән. Кәзәне алайым тиһә, бабай һораған хаҡҡа аҡсаһы етмәй, ти, аҡсаһын арҡанға тотонған. Нимә эшләһен инде Әтиләү? Ҡалған аҡсаһын усына йомарлап тотҡан да ҡара ҡайғыға батып баҙар буйлап киткән. Ҡараһа ,бер егет көнбағыш һатып ултыра, ти. Үҙе таҡмаҡ әйтә, үҙе көнбағыш сиртә.
- Ниндәй ҡайғыға тарының, егет? - ти көнбағыш һатыусы.
Әтиләү түкмәй-сәсмәй үҙ ҡайғыһын һөйләп биргән.
- Тапҡанһың ҡайғы, көнбағыш ал да сиртә-сиртә ҡайт, юлда артабан ни эшләргә кәрәген уйларһың, юлыңдың оҙон икәнен дә һиҙмәҫһең, - тигән теге. Әтиләү ҡалған аҡсаһына кеҫәләрен тултырып көнбағыш алған да ҡайтырға сыҡҡан. Юл буйына уйға сумып, көнбағышын сиртеп килгәс ни, ҡайтып еткәнен дә һиҙмәй ҡалған, ҡулын кеҫәһенә тығып ҡараһа, көнбағыш та ашалып бөткән.
Өйгә инһә, һикелә ҡарт менән ҡарсыҡ Әтиләүҙең ҡайтҡанын көтөп ултыралар,ти.
- Йә, улым, кәзә алып ҡайттыңмы? - тиҙәр.
- Юҡ шул, ала алманым, кәзәне алып ҡайтырға арҡан кәрәкте, арҡан һатып алғайным, аҡсам кәзәне алырға етмәне, - тип яуаплай егет.
- Ҡалған аҡсаны бир ҙә, ҡайтанан йыйып ҡарарбыҙ, - тигән атаһы.
- Ә ҡалған аҡсаға мин көнбағыш һатып алдым да юлда ашап бөттөм, - тигән Әтиләү.
Әбей ултырып илай башлаған. Илай ҙа улының юлда саңланып ҡайтҡан бишмәтен ҡаға, илай ҙа бишмәтен ҡаға, ти. Кеҫәһенән бер бөртөк көнбағыш иҙәнгә килеп төшкән дә иҙән аҫтына тәгәрәп төшөп киткән. Ә бабайҙың, балыҡҡа барырлыҡ хәле лә булмағанлыҡтан, йәне көйгән, Әтиләүгә лә көс-хәл менән йыйған аҡсаны туҙҙырып ҡайтҡанына асыуы килгән:
- Бына, улым, һиңә ҡармаҡ, йылым, иртәгәнән балыҡҡа үҙең йөрөй башларһың, - тигән .
Әтиләү аҡсаны туҙҙырып ҡайтҡанға бик ҡайғырған, атаһы биргән йылымды һүтеп ямаштырған да йоҡларға ятҡан.
Иртән әбей менән бабай йоҡонан уянып китһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр, иҙән ярығынан көнбағыш үҫеп сығып, түшәмде тишеп сыҡҡан, ти. Әтиләүҙе уята һалғандар. Әтилә,ү арҡанын биленә бәйләп, көнбағышҡа менеп киткән.
Бер көн менгән, ике көн, өсөнсө көндө бер япраҡҡа барып еткән. Япраҡ өҫтөнә менһә, иҫе-аҡылы киткән, ти. Күмәк ҡыҙҙар ул икмәк бешерәләр, ул ҡоймаҡ ҡоялар. Ни генә юҡ ти бында! Алмалар, хөрмәләр, кәнфиттәр, йылҡы ите, ҡош ите. Ҡыҙҙар йүгереп килеп Әтиләүҙе һыйлайҙар, ти. Егет һыйҙы туйғансы ашай ҙа түбәнгә ташлай, ти. Шулай итеп, тамаҡ ялғап алғас, артабан өҫкә үрмәләй башлаған. Тағы бер көн үтеүгә икенсе япраҡҡа менеп еткән. Бында күмәк ҡыҙҙар төрлө затлы тауарҙарҙан кейем тегәләр икән. Ҡыҙҙар йүгереп килеп Әтиләүҙе үлсәп тә алалар, матур итеп кейем тегеп кейендереп тә ҡуялар. Егет әсәһенә ебәк күлдәктәр, ҡушъяулыҡтар, камзулдар, ситектәр, алҡа-беләҙектәр , атаһына салбар-күлдәк, елән, түбәтәйҙәр, кейеҙ итектәр, билбауҙар һайлап алып йәнә түбәнгә ташлаған, ти. Әтиләү тағы өҫкә үрмәләй башлаған.Бер көн үтеүгә көнбағыш сәскәһенә менеп еткән. Ҡараһа, ҡаршыһында бик матур затлы батша һарайы тора. Урам тулы кеше, бер тауыш-тын юҡ, барыһы ла ҡара ҡайғыға батҡан, ти.Батша ҡыҙы иптәш ҡыҙҙары менән уйнап йөрөгәндә көнбағыш сәскәһенең бер өҙөлгән тажы араһына ҡыҫылып бына-бына йығылып, түбәнгә осоп төшөргә генә тора, ти. Эргәһенә барып ярҙам итергә бер кем дә баҙнат итмәй, - ти.
- Кем минең ҡыҙымды бәләнән ҡотҡара, шул кешегә ҡыҙымды һәм ярты батшалығымды бирәм, - ти икән батша.
Әтиләү арҡанын биленә бәйләп, арҡандың бер осон батшаға тотторған да яйлап ҡына батша ҡыҙы яғына шыуыша башлаған. Ҡыҙ инде төшөп киттем тигәндә генә Әтиләү уның ҡулынан эләктереп тә алған, өҫкә һөйрәп тә мендергән, ти. Барлыҡ халыҡ ҡыуанған, батша ла шатлығынан нимә эшләргә белмәй, ти. Әтиләүгә ҡыҙын кейәүгә биреп өс көн, өс төн туй яһағандар. Егеткә ярты батшалығын биреп кейәүе менән ҡыҙын өйөнә оҙатҡандар.
Әтиләү йыл да баҡса тултырып көнбағыш ултыртҡан, уңышын баҙарға алып барып һатҡан.Урамын тултырып ҡош-ҡорт, аҙбарын тултырып мал-тыуар аҫрай башлаған. Ата-әсәһе лә Әтиләүҙең тырышлығына бик ҡыуанған, олоғайған көндәрендә бик бәхетле көн күргәндәр, ти.
Читайте нас: