+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
22 Февраль 2021, 17:22

ИКМӘК ҠӘҘЕРЕ. ӘКИӘТ

Борон-борон заманда йәшәгән ти бер ярлы ғына көтөүсе. Ул көн һайын таң һарыһынан тора ла күршелә генә йәшәгән байҙың малдарын көтөүгә алып сыға икән. Ә ул бай шул тиклем һаран ти, көнө буйына ашарға бер һыныҡ икмәк кенә биреп сығара икән.Көтөүсе төш ваҡытында малдарын кисеүгә төшөргәс, алдына бәләкәй генә ашъяулығын йәйә лә шул икмәк киҫәген тәмләп тороп ашай, ти.

Ә һуңынан эргәлә сылтырап ағып ятҡан шишмәнең үҙе һалҡын, үҙе иҫ киткес тәмле һыуын эсә. Икмәк киҫәген шул тиклем ҡәҙерләп ашаған, хатта бер бөртөк валсығын да ергә төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡҡан.

Берҙән-бер көндө, шулай ултырып ашайым ғына тиһә, бик көслө дауыл күтәрелгән, күкрәп-йәшенләп ямғыр килә икән. ”Ярай, аяҡ өҫтө генә ашайым да ҡуяйым инде”, - тип, икмәк һынығын ашай башлай был. Инде ашап бөттөм тигәндә, бер бәләкәс кенә валсыҡты төшөрөп ебәрә. Эй эҙләй башлай был ерҙән, әммә, дүрт тағанлап йөрөп эҙләһә лә, таба алмай. Ә ямғыр яҡынайғандан-яҡыная икән. Аптырағас, теге үҙенең көтөүсе таяғын шул икмәк валсығы төшкән ергә ҡаҙап киткән.

Икенсе көндө һәр ваҡыттағыса таңдан тороп, был яланға килһә, ни күҙе менән күрһен, таяғы ла, тирә-яҡ та төрлө аҫыл таштар менән ҡапланған ти. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына таштарҙы йыйып алған шулай ҙа был, алып ҡайтҡан.

Бының байып киткәнен күргән һаран күршеһе бик аптыраған. Һораша башлаған. Теге бахыр бер ҡатлы бит инде, эсендәге - тышында, бөтәһен дә һөйләп биргән. Бай ҡабаланып өйөнә йүгергән. Хеҙмәтселәренән тиҙ генә ике мейес икмәк бешерткән, күп итеп таяҡтар алған да киткән теге яланға. Икмәктәрҙе ялан буйлап тураҡлап ырғытып, таяҡтарҙы ҡаҙап сыҡҡан, ти. Икенсе көндө түҙмәйенсә, таң менән үк барып етһә, ни күҙе менән күрһен, икмәктәр ҡап-ҡара таштарға әйләнгән! Икмәкте ҡәҙерләргә кәрәк шул, әрәм-шәрәм итергә ярамай, гонаһ була. Ҡомһоҙлоҡ, һаранлыҡ яҡшы түгел. Яманлыҡ эшләп, яҡшылыҡ көтмә, тигән боронғолар.
Читайте нас: