+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
18 Февраль 2021, 14:25

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

Аҡ тунлы ҡуян(шиғри әкиәт)Борон-борон заманда,Бүре батша булғандаЙәшәгән, ти, бер ҡуянҠуйы ҡара урманда.Бик ҡурҡаҡ булғанғамы,Гел өйҙә торғанғамы,Ҡыҫҡа икән аяғы,Үҫмәй икән ҡолағы...Ҡурҡаҡ ҡуян бер заманӨйҙә тороп арыған...

Яңы йыл етеп килә-
Быны бик яҡшы белә!

Дуҫ йәнлектәр йыйылып,
Ярҙам итмәксе булып,
Килгәндәр уртаҡ уйға:
Яңы тун кәрәк уға.

Терпе әйткән: "Энәле,
Хас та мин(е)ке кеүекте!
Ҡаршы төшкән тейенкәй:
- Ҡуян улай кейенмәй!

Шулай дуҫтар шаулашҡан
Гөр килеп торған урман.
Был хәбәрҙе ишетеп,
Ҡарһылыуҙы эйәртеп,
Юлға сыҡҡан Ҡыш бабай -
Ярҙам итмәйсә булмай!

Тылсым таяғы менән
Бөтә ерҙе аҡ иткән.
Быны күреп бар йәнлек
Аптыраштан аһ иткән.

Сират ҡуянға еткән...
Ләкин беҙҙең ул ҡуян
Бер ҡайҙа ла юҡ икән.
Тукта,сеү! Кем бар унда?
Ҡарҙан да ап-аҡ тунда?

Ҡыш бабайзың таяғы
Ҡуркаҡ ҡуянға ауған.
Һоро туны ҡар кеүек
Аҡ ҡына булып ҡалған.

Шул көндән башлап ҡуян
Бер кемдән ҡурҡмай икән.
Аҡ тунын кейә һалып
Йөрөй урманда сабып.

Булат Шәйәхмәтов,
8 класс уҡыусыһы.
Ғафури районы Красноусол ҡасабаһының 2-се мәктәбе.
Етәксеһе Юлиә Рәсүл ҡыҙы Шәйәхмәтова.
Читайте нас: