– Ябыу аҫтында бүләктәрем ята. Бүләгемде үҙегеҙ алырһығыҙ! Тик күҙегеҙҙе йомған килеш йыйып алырһығыҙ. Мин бишкә тиклем һанағас ҡына күҙегеҙҙе асырһығыҙ! – тигән.
Йәйбикә барыһынан да сос буған. Ул иң күп буяу ҡәләмдәре йыйып өлгөргән, ти. Буяуҙары төрлө-төрлө төҫтәрҙә икән. Көҙбикә һары, һарғылт буяуҙар йыйған. Яҙбикәһе күк, күһел, зәңгәр, зәңгәрһыу төҫлө буяуҙарына шат булған, ти. Ҡыш айы күҙен асып ҡараһа – аҡ төҫлө генә буяу ҡәләмдәре тура килгән, ти. Ул бер төрлө генә буяуҙарына риза булмаған.
– Миңә лә, матур буяуҙар кәрәк! – тип илай башлаған, ти, иң кесе Ҡыш айы.
Йылбикә:
– Юҡҡа илайһың! – тип йыуатҡан кесе айын.
Аҡ төҫ сафлыҡ билдәһе. Сабый донъяға килгәс аҡ биләүгә биләгәндәр. Аҡ уй – изге уй. Ундай кеше изгелек кенә эшләр. Юлға сыҡҡандарҙы, юлы уң булһын өсөн:«Аҡ бәхет юлдаш булһын» – тип оҙатҡандар. Йоҡлар алдынан, бер-беребеҙгә аҡ төштәр теләйбеҙ.
– Ә ни була аҡ төш?
– Йоҡлағанда матур төштәр күреп йоҡлаһын өсөн әйтәләр.
Хөрмәт ҡаҙанған оло кешене аҡһаҡал тиҙәр.
Ҡыш айы үҙенең аҡ буяуҙарына бик ҡәнәғәт булған, ти.
Шул көндән башлап күктән ап-аҡ ҡарҙарын яуҙырған.
Аҡ ҡарҙарҙан һауа сафланған. Ағастарға аҡ төҫтәге мамыҡ шәл япҡан, ти. Шеш ҡолаҡ ҡуянды бүре, төлкө күрмәһен өсөн, аҡ тун кейҙереп ҡыуандырған. Хәҙер ҡуян, ҡыш көнө рәхәтләнеп ҡарҙа уйнай, йүгерә икән.
Бер ҡар бөртөгө бәләкәй генә ҡыҙҙың бейәләйенә ҡунған, ти. Ҡыҙ, ҡар бөртөгөнөң матурлығын оҡшатып,
аҡ ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре эшләп элеп тә ҡуйған, ти.
Ҡыштың аҡ төҫөн барыһы ла яратҡан.
Шунан алып Яңы йыл байрамын ап-аҡ ҡарлы Ҡыш айында үткәрер булғандар, ти.