— Ҡайҙа шулай ашығаһығыҙ? — тип һораған бүре.
— Бесәй килә, барыбыҙҙы ла ашарға! — тип яуаплағандар. Инде йәнлектәр өсәүләп йүгергәндәр. Ҡаршыларына айыу килә, ти. “Ҡайҙа ашығаһығыҙ?”— тип һораған ул. Тегеләр бер тауыштан:
— Яуыз бесәйҙән ҡасып китеп барабыҙ! — тигән.
— Мине лә алығыҙ! — тигән айыу. Улар дүртәү булып киткән.
Бара торғас, хәлдән тайып, ял итеп алырға булғандар.
— Әллә аш бешереп ҡунаҡҡа саҡырайыҡмы бесәйҙе? — тигән, айыу. Барыһы ла риза булған. Шунан айыу — аҙыҡ, бүре — һыу, төлкө утын артынан киткән. Ә ҡуянға ҡунаҡҡа саҡырырға ҡушҡандар. Аш әҙерләгәс, айыу — ағас башына, бүре — ҡойолған япраҡ аҫтына, төлкө, өйөлөп ятҡан сыбыҡ-сабыҡ араһына ҡасҡан...
Ашауҙы ишеткән бесәй ҡуян артынан ташланған. Ҡурҡышынан һушын юғалта яҙған ҡылый урманға кереп ҡасҡан. Ә бесәй, килеп еткәс тәмле аш еҫенә түҙемһеҙләнеп, утлы ҡаҙанға үрелгән. Ауыҙы, ҡулы бешкәс ыҫылдай-мыраулай, үрле-ҡырлы һикерә башлаған. Быны ишетеп төлкө, төпкәрәк йәшеренергә уйлап, ҡыбырлап ҡуйған.
“Сысҡан йөрөй икән”, — тип, бесәй үткер тырнаҡтарын төлкөнөң ҡолағына батырған. Ҡобараһы осҡан төлкө, сыбыҡ-сабыҡ араһынан сығып, ары ҡасҡан. Бесәй ҙә ҡурҡышынан ҡырға һикергән һәм япраҡ өйөмө аҫтында боҫоп ятҡан бүренең башына килеп төшкән. “Һуңғы көнөм етте”, — тип уйлап бүре урманға ҡарай сапҡан. Үҙе лә ҡурҡҡан бесәй ағасҡа үрмәләүе булған — тайыштабан “дөбөр-шатыр” ҡолап та төшкән! Бесәй өс көн, өс төн ул шул ағас башында мыяулап ултырған, ти.