-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
10 Февраль 2021, 11:45

ҠАР ТӘМЛЕМЕ, ОЛАТАЙ? Салауат КӘРИМОВ

Яҙыусы, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов "Аҡбуҙат" журналын асыуҙа, уның матур булып сыға башлауына күп көс һалған әҙиптәребеҙҙең береһе. Тап шул мәлдәрҙә балалар өсөн әкиәттәр, хикәйәләр ижад итә башлай. Һеҙгә уның ҡар ашарға яратҡан балаларға яҙған хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

- Олатай, әле генә яуған ҡар тәмлеме ул? - Усман ҡуш усына ҡар бөртөктәрен йомарлап олатаһына ҡараны.
- Эй улым, ҡар бөртөктәре бик матур булһалар ҙа, ашарға ярамай уларҙы. Хатта тәмләргә лә ярамай. Улар бик йыраҡтан, ҡарлы-буранлы һыуыҡ тарафтарҙан болоттарға улытрып, ел менән осоп килә. Юлдарында төрлө хәлдәргә тап була ҡар бөртөктәре: йүгерәләр, һикерәләр, осалар, һинеңменән уйнарға ашыға улар. Малайҙар, ҡыҙҙар менән уйнарға яраталар. Хәҙер туғаныңМәликәне лә алып сығырбыҙ, ҡарҙа сана шыуырбыҙ. Ҡар бабай эшләп ултыртырбыҙ, - олатаһы ейәнен арҡаһынан яратып ҡуйҙы.
- Ә мин уны ауыҙыма ҡапҡайным, олатай, ҡар бөртөгө ирене лә ҡуйҙы, - тине Усман.
- Улым, ҡарҙы ашарға ярамай. Һыуыҡ тейһә, тамағың шешеп ҡуйыр. Ауырыған кешене оҙаҡ дауаларға кәрәк. Укол ҡаҙарға, дарыу эсергә тура киләсәк. Ҡар өҫтөндә уйнауы бик тә күңелле Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа олатайҙары менән тау шыуырға ярата. Әйҙә беҙ ҙә уйнайыҡ. Мәликә туғаның да сығып килә. Уйнағандан берәү ҙә ауырымай, сөнки хәрәкәт - сәләмәтлек сығанағы. Кем йүгерә, һикерә, сана шыуа, ул ныҡ була, сырхап бармай.
Усман ғәжәпләнеп олатаһына ҡараны. Ҡар бөртөгөн йотоп ебәргәнс, һыуы ла тәмле булды ла баһа.
- Ҡар ап-аҡ булһа ла, үҙендә күп микробтар йөрөтә. Әйҙә, хәҙер ҡарайыҡ әле, Мәликә туғаныңа ла күрһәтербеҙ, - тип, олатаһы стаканға ҡар тултырҙы ла, өйгә индереп, тәҙрә төбөнә ҡуйҙы.
- Ап-аҡ булғас, ҡарҙы ашарға ярайҙыр тип уйлағайным, олатай, - тине Усман һаман ныҡышып. - Беҙҙең баҡсала малайҙар ашағайны, ауырыманылар ул.
Күп тә үтмәй олаталарының тауышы ишетелде:
- Усман улым, Мәликә ҡыҙым, килегеҙ әле! Бына теге стаканға күҙ һалығыҙ. Нимә күрәһегеҙ?
Йүгереп килеп ҡараһалар, стакандағы ҡар һыуға әйләнгән, ә өҫтөндә нимә генә юҡ! Ваҡ ҡына ҡара нәмәләр, сәс бөртөктәре, бысраҡ...
Усман аптырап ирендәрен ослайтты. Үҙе әле олатаһына, әле Мәликә туғанына ҡараны. Олатаһы һуҙған стаканды ҡулы менән этеп ҡуйҙы.
- Юҡ, олатай, бер ваҡытта ла ҡарҙы ауыҙыма ҡапмайым. Һыуы бигерәк бысраҡ икән.
- Ап-аҡ ҡарҙан барлыҡҡа килгән һыу ошо инде, балам. - Олаталары һуҙып ҡына әйтеп ҡуйҙы.
- Мәликә туғаным, ҡарҙы ауыҙыңа ҡапма, йәме. Ана ниндәй бысраҡ һыуға әйләнгән. - Усман ағай һүҙен һеңлеһенә еткерҙе.
Бәләкәй туғаны ағаһының иҫкәртеүен әллә аңланы, әллә юҡ, ярар, тигән булды.
Ап-аҡ ҡарҙың тәмле түгеллеген шулай белде кескәйҙәр.
Читайте нас: