-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
3 Февраль 2021, 17:45

АЛТЫНҠОЙРОҠ-КӨМӨШЪЯЛ

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА. (Дауамы. Аҙағы)Ҡыҙрас ҡайтыуға, теге ике кейәү батшаға ябалаҡтың уң ҡабырғаһын ашатып өлгөргәндәр. Батшаның ауырыуы уғата көсәйеп киткән. Шул саҡта Ҡыҙрастың кәләше батшаға ябалаҡтың һул яҡ ҡабырғаһын бешереп индерә. Батша ашамай:– Әле юнлерәк кейәүҙәрем алып ҡайтҡанды ашап та хәл инмәне. Тєинең йолҡошоң килтергәнде ашаһаң, бөтөнләй үлеп ҡуйыуың бар. Юҡ, кәрәкмәй! – ти.Ҡыҙы бик ялынып-ялбарып һорағас ҡына, батша Ҡыҙрас алып ҡайтҡан ябалак ҡабырғаһын ашай. Уға шунда уҡ хәл керә. Шулай ҙа һауығып етмәй әле.

Тегеләр:

– Нисек була инде ул? – тип торған арала, Ҡыҙрас:

– Бына былай була, – тнп батшаның өлкән кейәүенең бер арҡалыҡҡа етерлек һырт ҡанышын бысағы менән телә лә ала, шунда уҡ яралы арҡаһына ябалаҡ майы һөртөп ҡуя. Шунан һуң был кейәүгә, йөҙ ҙә бер йыл йәшәгән ябалаҡтың һул ҡабырғаһы тип, уң ҡабырғаһын тоттора.

Кейәүҙәр шатланышып ҡайтып китәләр. Ҡыҙрас та Алтынҡойроҡ-Көмөшьялға атланып, йөҙ ҙә бер йәшлек ябалаҡтың һул ҡабырғаһын тоҡсайына һалын алып, әкрен генә ҡайтып китә. Ҡалаға етер саҡта, туғайлыҡта, Алтынҡойрок-Көмөшьялды ебәрә лә, теге ҡорсаңғы атҡа атланып, батша һарайына ҡайтып

инә.

Ҡыҙрас ҡайтыуға, теге ике кейәү батшаға ябалаҡтың уң ҡабырғаһын ашатып өлгөргәндәр. Батшаның ауырыуы уғата көсәйеп киткән. Шул саҡта Ҡыҙрастың кәләше батшаға ябалаҡтың һул яҡ ҡабырғаһын бешереп индерә. Батша ашамай:

– Әле юнлерәк кейәүҙәрем алып ҡайтҡанды ашап та хәл инмәне. Тєинең йолҡошоң килтергәнде ашаһаң, бөтөнләй үлеп ҡуйыуың бар. Юҡ, кәрәкмәй! – ти.

Ҡыҙы бик ялынып-ялбарып һорағас ҡына, батша Ҡыҙрас алып ҡайтҡан ябалак ҡабырғаһын ашай. Уға шунда уҡ хәл керә. Шулай ҙа һауығып етмәй әле.

Икенсе көндө, күрәҙәнең әйтеуе буйынса, батша уҙенең яратҡан кейәүҙәрен урманға йөҙ ҙә ете йыл йәшәгән ябалаҡты тотоп, һул ҡабырғаһын алып ҡайтырға ебәрә. Ҡыҙрас та, ҡорсаңғы тайға атланып, урманда ябалаҡ тоторға тип китә.

Өлкән кейәүҙәр көн буйы урманда йөрөп, кәрәклә ябалаҡты таба алмайҙар. Кискә табан ҡайтып килгәндә, урман ситендә бәләкәй генә бер өй күрәләр. Был өйҙө шул уҡ Ҡыҙрас, урман ҡарауылсыһы булған булып, ябалаҡ таҙартып ултыра, ти. Батша кейәүҙәре өйгә инәләр.

– Ни эшләп ултыраһың, ағай?– тип һорай былар. – Бына, йөҙ ҙә ете йыл йәшәгән ябалаҡты тотҡайным, шуны йолҡоп ултырған баш, – ти Ҡыҙрас.

– Беҙгә тап ана шул ябалаҡ кәрәк ине. Ни һораһаң да бирербеҙ, беҙгә шул ябалаҡтың һул ҡабырғаһын бирсе? – тип ялына башлай теге ике кейәү. Ҡыҙрас уларға:

Мин бер нәмә лә һорамайым, тик берегеҙҙоң арҡаһына балдаҡ ҡыҙырып баҫайым да шуның мөнән эш бөтөр, ҡабырға һеҙҙеке булыр, – ти Ҡыҙрас.

Тегеләрҙең риза булмай хәлдәре юҡ. Ҡыҙрас батшаның уртансы ҡыҙы кейәүенең арҡаһына балдаҡ ҡыҙҙырып баҫа ла ябалаҡтың уң ҡабырғаһын һул ҡабырға тип биреп ебәрә. Тегеләр шатлана-шатлана ҡайтып китәләр.

Ҡыҙрас ҡайтып еткәнсе өлкән кейәүҙәр, уң яҡ ҡабырғаны бешереп, батшаға ашатҡан булалар. Әлегәсә, батшаның хәле йәнә насарлана бирә.

Ҡыҙрастың кәләше ябалаҡтың һул яҡ ҡабырғаһын бешереп, батшаға индерә. Тик ул ҡабып та ҡарамай. Ҡыҙ илап-илап ялынғас ҡына, батша ашай, шунда уҡ һауыға.

Ҡыҙрас батшаны һауыҡтырһа ла, батша һаман уға яҡты күҙ менән ҡарамай, гел геңә шелтәләп тора, мыҫҡыллап көлә.

Батша һауыгып, бер нисә көн үткәс, Ҡыҙрас үҙенең кәләшенә: – Мин өс айға юлға сығып китәм, юлға аҙыҡ әҙерлә, – ти.

Келәше шунда ук мейес яғып, аҙыҡ әҙерләй, икенсе көндө ире йәйәү генә юлға сығып китә.

Ҡыҙрас ҡаланы сығыу менән кеҫәһенән өс ҡылды алып һыҙғырта. Шунда уҡ Алтынҡойроҡ-Көмөшьял килеп етә. Ҡыҙрас атланып донъя гиҙеп йөрөргә китә.

Китеүенә өс ай тулған көндө, төшкә табан, Ҡыҙрас батшалар кейеме кейенеп, бөтөнлаәй ят кеше ҡиәфәтенә кереп, Алтынҡойроҡ-Көмөшьялға атланып, батшаның ҡапҡа төбөнә килеп туҡтай. Уның атын күрергә ҡаланың бөтә халҡы йыйыла.

Батша ла ҡапҡа төбөнә сыға. Ҡыҙрас батшаға:

– Ас ҡапҡаңды! Мин һиңә йомош менән килдем,– ти. Батша ҡурҡа, ҡапҡаһын асмай, югереп кире инеп китә.Ҡыҙрас:

– Асмаһаң да мин инә алырмын!– тип, атын ҡойма аша һикерттерә. Шунан батша янына инеп: – Мин һиңә йомош менән килдем. Мин дә, һинең кеүек, бер батша. Былтыр ошо ваҡытта минең ике һалдатым ҡасҡайны. Шуларҙы һеҙҙә тип ишеттем,– ти.

– Миндә сит батша һалгдаттары юҡ,– ти батша.

– Бар шул.

– Тєалдат һалдатҡа оҡшар инде. Тамғалы булмағас, уларҙы ҡайҙан беләһең? – Тамғалары ла бар: береһенең арҡаһынан бер арҡалыҡҡа етерлек һырт ҡайышы алынған, икенсеһенең арҡаһына тимер балдаҡ ҡыҙҙырып баҫылған,– ти Ҡыҙрас.

– Тєин яңылыш килгәнһең. Ундай һалдаттар миндә юҡ, – ти батша.

– Улай булһа, шундай шарт ҡуйышайыҡ, – тип әйтте, ти, Ҡыҙрас. – Әгәр шул һалдаттар һиндә табылмаһа, минең башымды киҫәһең, бөтә байлығымды алаһың. Әгәр ошо ике һалдат һиндә табылһа, һинең башыңды киҫәм.

Был шарттарҙы ҡағыҙға яҙып, икеһе лә ҡул ҡуйҙылар, ти. Батша бөтә һалдаттарын йыя. Икәүләп ҡарап сығалар. Тамғалы һалдаттар табылмай.

– Тағы ла берәй ерҙә кешеләрең юҡмы? – тип һорай Ҡыҙрас.

– Ике кейәүем генә бар, өсөнсөһө әллә ҡайҙа сығып киткәйне, ҡайтҡаны ла юҡ әле,– ти.

– Шул кейәүҙәреңде килтер!– ти Ҡыҙрас. Батшаның ике кейәүен килтерәләр. Береһен ҡараһалар,

арҡаһына тимер балдаҡ менән баҫҡан эҙ була. Ҡыҙрас:

– Береһе табылды!– ти.

Икенсе кейәүҙе ҡараһалар, арҡаһынан бер арҡалыҡҡа етерлек һырт ҡайышы алынған була.

– Икенсеһе лә табылды, шарт буйынса, мин һинең башыңды киҫәм!– ти Ҡыҙрас.

Шул һүҙҙәрҙе ишетеү менән батша ағарына, аяғына баҫып тора алмаҫ хәлгә килә. Ҡыҙрас батшаның ике кейәүен таш келәткә яптырып ҡуя.

Батшаның башын киҫергә әҙерлек бара. Кемдер берәү ике батша ҡул ҡуйышҡан шартты халыҡҡа ҡысҡырып уҡый. Бер түмәр менән айбалта килтерәләр, һушынан яҙған батшаны башы менәп түмәргә һалалар. Баш киҫеүсегә айбалта тотторола. Батшаның башы ҡырҡылыр ваҡыт еткәндә генә улың өсөнсө ҡыҙы, ҡан-йәш түгеп:

– Атайымды зинһар үлтермә, минең хаҡым өсөн генә ҡалдырһана!– тип, Ҡыҙрастың аяғына йығыла.

– Ҡалдырһам да, һин һораған өсөн ҡалдырам,– ти Ҡыҙрас. Үҙе ялған һаҡал мыйыҡтарын алып ырғыта. Бөтә халыҡ. Ҡыҙрасты танып, таң ҡала.

Батша, түмәрҙән башын алып, һушына килгәс:

– Эй кейәү, кейәү, мип һине шул тиклем шәп кешелер тип уйламағайным. Бынан һуң һине һис кенә сит итмәм, шелтәле һүҙ әйтмәм, иң яҡын кешем, тоғро серҙәшем итеп күрермен, – ти.

Шулай тиһә лә, батша барыбер һүҙендә тормай.

Икенсе көндө Ҡыҙрас, кәләшен эйәртеп, батшанан башҡа сығып китә. Бер өй һалып, шунда икәү, мал аҫырап, йәшәй башлайҙар.

Бер көндө Ҡыҙрастың ҡатыны атаһы янына барған икән, батша уға:

– Хәйерсе балаһы хәйерсе шул. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да иш булмай, тип дөрөҫ әйтәләр. Ҡайҙа тора бит, – торған өйөн әйтер инем! Бер баш һыйыр аҫыраған була. Мин уға, һораһа, илле һыйыр бирер инем, – ти.

Ҡыҙрастың ҡатыны ҡайтып был һүҙҙәрҙе әйткәс, Ҡыҙрас:

– Иртәгә ярты ҡаланы ашҡа саҡырабыҙ, – шунда атайың да килер, – ти.

Ҡыҙрас иртәгеһен, ҡырҡ ҡуй һуйҙыртып, аш әҙерләтә. Кискә табан йорт уртаһында, йәшел үлән өҫтөндә бик ҙур табын йыйыла. Батшаны ла саҡырып килтерәләр, ул иң түрҙә ултыра..

Ҡуй ите ашалып бөткәс, һәр ун кешегә берәр ҡоштабаҡ һурпа килтерәләр. Батша ашамай ултыра, – үҙенә айырым табаҡҡа һалып килтергәнде көтә. Туғыҙ кеше һурпа эсә, батша ҡалаҡ та ҡыбырҙатмай.

– Батшам, ниңә һурпа эсмәйһең? – тип һорай Ҡыҙрас.

– Мин алтын ҡалаҡ менән ашарға өйрәнгәнмен, шуға тик ултырам, – ти батша.

– Күптән шулай тип әйтергә кәрәк ине уны, – ти Ҡыҙрас. Ул шунда уҡ аҙбар артына сыға ла кеҫәһендәге өс ҡылды өс тапҡыр тартып ала, – алдына Алтынҡойроҡ-Көмөшьял килеп тә туҡтай.

– Батшаға хәҙер үк алтын ҡалаҡ булһын, – ти Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьял күҙҙән юғала. Ҡыҙрас табынға килеп ултырыу менән батша алдына алтын ҡалаҡ килеп төшә.

Батша, ғәжәпләнеп, алтын ҡалаҡты һул ҡулы менәп тотоп ҡарай ҙа кире ҡуя.

– Батшам, ниңә һурпа әсмәйһең? Алтын ҡалаҡ оҡшамаймы, һурпа оҡшамаймы? – тип һорай Ҡыҙрас.

– Бик эсер инем дә, кисә уң ҡулымды ҡаймыҡтырғайным. Ҡалаҡ тотоп булмай, һул ҡул менән уңайһыҙ, – тигән булып, батша үҙенең халыҡ менән бер табаҡтан ашарға теләмәүен йәшерергә тырыша.

– Күптән шулай тип әйтергә кәрәк ине уны, – ти Ҡыҙрас. Үҙе кешегә һиҙҙермәй генә ҡулын кеҫәһенә тығып, өс ҡылдың береһен өс тапкыр тартҡылап ала. Шунда уҡ алтын ҡалаҡ үҙенән-үҙе ҡуҙғалып, батшаға һурпа эсерә башлай. Батшаның ауыҙы ашауҙан бушамай – алтын ҡалаҡ табаҡтағы һурпаны йоттороп ҡына тора. Табаҡтағы һурпа бетмәйенсә, алтын ҡалаҡ үҙ эшенән туҡтамай. Бөтә халыҡ быға таң ҡала.

Батшаның бик эскеһе килә башлай. Шул ваҡытта һәр ун кешегә берәр көрәгә ҡымыҙ килтерәлер. Туғыҙ кеше бер туҫтаҡтан эсә. Батша, ерәнеп, унынсы булып эсергә теләмәй. «Кейәүем тағы берәй әмәлен табыр еле»,– тип ултыра бирә. Кейәүе лә был юлы юрамал тик кенә ултыра.

Табын таралыр ваҡыт еткәс, Ҡыҙрас халыҡҡа былай ти;

– Хөрмәт итеп, минең аш-һыуыма килеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Батшаға гына был рәхмәт һүҙен әйтә алмайым мин. Ни өсөн тиһәң, ул һеҙҙең менән бер табаҡтан ашарга, бер көрәгәнән ҡымыҙ эсергә ерәнә. Шуның өсөн мин кеше менән бер табаҡтан ашарга, бер көрәгәнән эсергә өйрәнгәнгә тиклем, батшаны кеше аяғы кермәгән дөм ҡараңғы урманға илтеп ташларға кәрәк, тип уйлайым. Шуға ҡаршы кешеләр юҡмы?

– Юҡ, юҡ?– тип ҡысҡыра бөтә халыҡ.

Ҡыҙрас кеҫәһенән өс ҡылды алып, өс тапҡыр тарта. Йорт уртаһына Алтынҡойроҡ-Көмөшьял килеп баҫа. Ҡыҙрас атҡа:

– Бынау батшаны өҫтөңдән төшөрмәйенсә дөм ҡараңғы урманға илтеп ташлап кил, – ти.

Халыҡ батшаны ай-вайына ҡарамай атҡа мендереп ултырта. Ҡыҙрас, һай, һылыу малҡай, тип әйтеү менан, Алтынҡойроҡ-Көмөшьял ҡушылған эште үтәр өсөн күҙҙән юғала.

Ул батша дөм ҡараңғы урманда ла кеше ҡәҙерен белергә өйрәнмәгән, ти. Шуға күрә Ҡыҙрас уны йортона кире ҡайтармаған. Батша, халыҡтан айырылып, ҡаңғырып йөрөй торғас, астан үлгән дә ҡуйған, ти.