+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
1 Февраль 2021, 17:55

КӨЛӘСӘБИКӘ МЕНӘН КҮМӘСБАЙ

ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ. Әгәр ҙә билдәләнгән баш хәрефтәрҙән торған йәшерен мәҡәлде табып уҡыһағыҙ, сайтта бирелгән дөрөҫ яуап менән сағыштыра алаһығыҙ.— Мин — Көләсәбикә! Кемдер Көлсәбикә лә ти. Әле генә Күмәсбай: “Май-ҡаймаҡТан торам”, — тип маҡтанды. Ә бына минең өсөн ҡомалаҡ йыйып, ҡайнатып, һөҙөп һыуыталар. Самалап он, тоҙ ҡушып йылы урында әсетәләр. Шунан инде яңы ҡабартманы сөпрә йәки әсетке тип атайҙар.

КӨЛӘСӘБИКӘ менән КҮМӘСБАЙ
(әкиәт)
Әллә булған, әллә булмаған, ти, әсеҡамырҙар һәм сөсөҡамырҙар иле. Һис кенә лә татыу йәшәмәгән улар. Үҙҙәрен иң тәмлеһе, иң хушлыһы һәм иң-иңе тИп һанаған. Шуға ла сәмләнеп уҙышыр булғандар, ти. Бына тағы ла әсеҡамырҙар иленән Көләсәбикәне, ә сөсөҡамырҙар иленән Күмәсбайҙы һайлап, ярышҡа сыҡҡан, ти, улар.
Бәйгенең тәртибен урынлаштырыр өсөн хөКөмдар булып Ҡыҙыл борос был эште үҙ ҡулына алған. Ығы-зығы ҡуйырып китһә, хәҙер үк ҡыҙарынып-бүртенеп боросон сәсә башлай икән.
— Үтә лә тәМле булып бешер өсөн бик оҙаҡ майлап һыйпайҙар мине, — тип, Күмәсбай һүҙ башлаған.
— Һөтөн дә, йомортҡаһын да, май-ҡаймаҡ та йӘлләмәйҙәр. Хатта төрлө тәмләтКестәр, шәкәр ҡомо, ҡабартҡыстар...
Яйлап, тәмләп һөйләгән Күмәсбайҙың һүҙен бүлеп, әсеҡамырҙар:
— Йә, ярай, етер, бигерәк маһайма! Башҡаларға ла һүҙ бир, — тип, Көләсәбикәне алға сығарғандар. Ә ул һөйләй белә-ә!
— Мин — Көләсәбикә! Кемдер Көлсәбикә лә ти. Әле генә Күмәсбай: “Май-ҡаймаҡТан торам”, — тип маҡтанды. Ә бына минең өсөн ҡомалаҡ йыйып, ҡайнатып, һөҙөп һыуыталар. Самалап он, тоҙ ҡушып йылы урында әсетәләр. Шунан инде яңы ҡабартманы сөпрә йәки әсетке тип атайҙар.
— Мәшәҡәтле икӘнһең! — тип ҡысҡырған түҙемһеҙ Күмәсбай.
— Ашыҡма, Күмәсбай, сөсө ҡамырың әсеп китеүе ихтимал, — тип көлгән, ти, Көләсәбикә. Ә үҙе бер ни булмағаНдай:
— Шунан сөпрәгә һыу, үҫемлек майы өҫтәп иҙәләр ҙә әсетергә ҡуялар. Был икмәк башы була. Силәк тулып, ҡабарғас, яңынан он өҫтәп ике ҡуллап баҫалар, — тип һүҙен йөпләргә торғанда...
— Әсе булғас, борОсоң ҡайҙа! — тип ҡысҡырып ебәргән ти “утын” сәсә-сәсә хөкөмдар Ҡыҙыл борос.
— Юҡ, юҡ, хөрмәтЛе хөкөмдар, ҡамырға борОс һалмайҙар. Уны әсеткәнгә генә әсе тиҙәр. Ана ныҡ сөсөләнгәндәр һалһын, тәм инер, исмаһам, — тип һүҙҙе КүмәсБайға күсерә һалған Көләсәбикә.
— Йә, нимә әйтерһегеҙ, сөсө ҡамырҙар? — тигән Ҡыҙыл борос.
— Үҙегеҙ беләһегеҙ, боростоң эше башҡа. Һеҙ бит иң шәп тәмләткес! — тигән Күмәсбай уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн “һалам ҡыҫтырып”.
Ярыш ҡыҙған саҡта ғына күмәс-көләсәләрҙе, хатта хөкөмдарҙы ла табынға алып ҡУйғандар, ти. Ҡыҙыл борос иһә, һүҙен дауам итеп:
— Ярыш бик тә ҡыҙыу. СөсөЛәр ҙә, әселәр ҙа бирешмәй. Бөтә яҡлап килешкәндәр. Ә шулай ҙа минең ҡарарым — тигеҙлек! Әсе ҡаМырмы, сөсөмө, уның баш һүҙе — ИКМӘК! — тигән.
Ә Ҡамырҙар иле юҡҡа сыҡҡан, ти. Ә бәлки, булмАғандыр ҙа, үәт!
Билдәләнгән баш хәрефтәрҙе эҙләп табып мәҡәлде уҡығыҙ.
Йәшеренгән мәҡәл: Икмәктән оло булма!
Зөбәйҙә Исламова.
Читайте нас: