Борон заманда Әхмәт исемле атаҡлы бер жулик булған. Теге илгә лә барып сыҡҡан, был ҡалаға ла килеп киткән, гел шулай урлашып йәшәгән, ти. Бер заман Әхмәт жулик Ҡазанға килеп сыҡҡан. Тик бында уға бер ҙә рәт сыҡмай икән. Быға әйтәләр:
– һин Иранға бар! – тиҙәр. Шунан был кәрәк-ярағын ала ла Иранға китә, Бағдад шәһәренә. Бағдад шәһәренә барғас, үҙенә бер иптәш табып ала. Ул бер ҡарт жулик булған, ти. Шуның менән бергәләп эш итә башлайҙар былар.
Нисәнсе йыл булғандыр, уныһын кем белһен инде, тик
август айы була был. Әхмәт жулик күлдәк-ыштандан ғына бер
баҡсала ята икән. Был ваҡыт бүтән ҡалананмы әллә икенсе
илдәнме икән инде, – бында һатыу итер өсөн байҙар килә. Бер
бай атынан төшкән дә тротуарҙан атлап бара икән, шул саҡ
Әхмәт жуликте күреп ҡалған. «Бынау өшөп ята, бисара», –
тип, ун тин көмөш хәйер биргән.
Әхмәт жулик, тороп ултырып, хәйерҙе ала, ә күҙҙәре байҙың аҡса тоҡсайында: ҡайҙа һалыр икән тип ҡарап тора.
Бай китә. Әхмәт жулик тора һала ла, тегегә күренмәйенсә генә, артынан эйәрә. Былар шулай үҙәк урамдан үтеп китәләр, инде байҙың фатиренә яҡынлашалар. Әхмәт жулик бер ҙә рәтен сығара алмай бит һаман. Шулай тағы бер аҙ барғас, ҡараңғы төшкәйне, тегенең кәшәләгөн ала бит был ҡалай итеп булһа ла. Ала ла яңынан теге урынына барып ята.
Бай фатиренә ҡайтып етте. Өйгә кергәс, көшөлөгөн алып ҡуяйым тиһә, көшөлөк юҡ бит бының.
– Бәй, бәй, бая ун тин хәйер биргәйнем, шунда төшөрөп ҡалдырғанмындыр, ахырыһы, – ти был.
Бай кире әйләнеп килә лә быға йәбешә:
– Һин алғанһыңдыр минең аҡсаны, – ти.
Ә Әхмәт жулик теге аҡсаларҙы – гел унарлыҡ алтын икән – барыһын да табан аҫтына тығып бөткән.
– Юҡ, – ти был, – ҡайҙан алайым мин һинең аҡсаңды. Бына үҙең биргән ун тинең, – тип, усын асып, бер ун тинлекте генә күрһәтә.
Бай ҡарап тора-тора ла аптырап ҡайтып китә.
Хәҙер Әхмәт теге ҡарт жулик менән икәүләп, ер аҫтынан юл яһап, үҙҙәренә бер торлаҡ ҡоралар. Алтын күп бит инде быларҙың.
Бер заман сығалар ҙа былар батша һарайы янынан үтеп баралар. Ҡойма буйында бейек бер тирәк үҫеп ултыра икән. «Мин сыҡмайынса ошонан китмә»,–тип, ҡарт жуликте ҡарауылға ҡалдыра ла Әхмәт жулик үҙе тирәккә менеп китә. Менеп етһә, тирәктең осо балконға тейеп тора. Шунан балконға төшөп, балкондан Иран батшаһының һарайына инеп китһә, унда ҡулдарына киң балта тотоп, ҡарауылсылар тора икән.
– Әһә, былар йоҡлап китһә, мин бындағы алтынды алам,– тип уйлай Әхмәт жулик.
Тегеләр йоҡлағас, ключник эргәһенә бара. Ключникте уятмайынса ипләп кенә асҡыстары менән бергә күтәреп ала ла бер йоҙаҡты аса. Асһа, бында аҡса булып сыҡманы, батша ҡыҙының иң яҡшы ҡиммәтлә биҙәнеү әйберҙәре булып сыҡты. Был шунда ла муйынға элә торған ынйыларынан бер-икеһен алып һалды, башҡаһына теймәне. Шунан был: «Туҡта, һарайға бер кергәс, батша ҡыҙып үбеп сығайым әле»,– ти. Китә был, ҡыҙҙың ятҡан бүлмәһен әҙләп.
Шулай бүлмәнән-бүлмәгә бара торғас, батша ҡыҙының ятҡан еренә барып сыға. Батша ҡыҙының йөҙөн асып ебәргәйне, аяғын да күреп ҡалды. Аяғында бигерәк тә матур ботинка икән. Башта шуны алырға булды. Береһен сисеп алғайны, батшаның ҡыҙы уянып китеп, юрғанын һирпеп ебәрҙе. Юрғанын һирпеп ебәргәйне, Әхмәт жулик юрған аҫтында торҙо ла ҡалды бөркәлеп. Батша ҡыҙының ҡысҡырған тауышына бының янына килһәләр, бер кеше лә юҡ. Аптыранылар. Хәҙер үҙҙәренең белемселөрен килтерҙеләр. Улар ҙа ҡарайҙар – тапмайҙар.
– Бында бер кем дә юҡ. Һин һаташып уянғанһыңдыр, –
тиҙәр.
Был батшаның ҡыҙында монгол батшалығынан килтерелгән бер ҡыҙ стряпка булып тора икән. Хәҙер ул музыка уйнай, музыка тауышына ҡыҙ йоҡлап китә. Монгол ҡыҙы быны тәрбиәләп, юрғанын ябырға үрелгәйне, кинжалын тотоп, Әхмәт килде лә сыҡты.
– Тауышланма, бар кереп йоҡла, – ти.
Монгол ҡыҙы үҙенең бүлмәһенә кереп киткәс, Әхмәт ҡыҙ янына барырға иткән саҡта, теге тағы ла ҡысҡырҙы ла ебәрҙе бит, жулик, бур, тип. Хәҙер ҡарауылсылар быны баҫтырырға тотондо. Был бер бүлмәнән икенсе бүлмәгә үтеп, балконға сыға ла, тирәк буйлап, урамға төшә. Иптәше менән теге ҡойоларына барып яталар.
Шунан бында хәҙер батшаның күңеленә ҡурҡыу төштө бит инде. Иртәгеһен был ҡапҡаһына иғлан ҡаҙаҡлата. Унда шулай тип яҙылған: «Батшаның вариҫтәре, килегеҙ. Батшаның ҡыҙы үҙенең теләгән кешеһенә бара. Асыуланып, һуғыш-фәлән булырҙан түгел». Әхмәт жулик тә килеп иғланды уҡый.
Күп тә үтмәй, сит батшаларҙың улдары килә лә башлайҙар. Әхмәт жулик: «Бына фәлән ерҙә ике ат бар, шуларҙы алып киләйек тә беҙ ҙә барайыҡ», – ти.
Ун биш көндән шул аттарҙы алып киләләр ҙә, бер көнгә һуңлап, былар ҙа китәләр шунда. Бында Греция, Монгол, Япон батшаларының улдары килгән. Улар инде һарайға инеп, алдан урын алғандар, ултыралар, ти, һис тә ки әллә кем булып! Әхмәт жулик ҡарт жуликте үҙенең консулы итеп, икеһе ике ат менеп, килеп еттеләр былар ҙа бында. Килеп еткәс, әйтәләр: «Беҙ утрауҙарҙағы ҡырағай батшалыҡтың улы», – тиҙәр. Шулай тигәс, быларҙы ла индерҙеләр.
Шунан һуң бында туй ҡыҙып китте, бәхәсләшеү китте: һәр ҡайһыһының батша ҡыҙын үҙенә алғыһы килә бит инде. Батшаның ҡыҙы сығып һөйләй башлай: «Үҙемдең яратҡан кешемә барам, – ти. – Тик һуғыш булырҙан түгел», – ти. Шулай тип әйтә лә, балдағын алып, Әхмәт жуликтең бармагына кейҙерә. Әхмәт, жулик булһа ла, бик матур булған ул. Шунан былар туй яһайҙар, бергәләп тора башлайҙар. Бер нисә көн үткәс, теге монгол ҡыҙы быны таный бит. Батшаға барып әйтә: «Был утрауҙарҙан килгән ҡырағай батшалыҡтың улы түгел, ә теге саҡта килгән жулик»,–ти. Батша егетте ҡулға алдыра.
Хәҙер Монгол батшаһының улы ҡысҡыра: «Бындай жуликте үлтерергә кәрәк!»__ти.
Япон батшаһының улы ла ҡысҡыра. Грецияныҡы ла ҡысҡыра. Былар батша менән бер булып, хәҙер дүртәүләп йәбештеләр. Ултыра торғас, шундай ҡарар сығаралар; «Йөҙ розга бирәйек тә йыртҡыс януарҙарға ташлайыҡ», – тиҙәр.
Батша ҡыҙы быны ишетеп ҡала ла ике һалдатты нығытып ҡуя: «Һеҙ розга бирҙек тип әйтерһегеҙ ҙә ер аҫты юлынан сығарып ебәрерһегеҙ, мин һеҙгә фәлән тинлек алтын бирермен»,– ти.
һалдаттар шулай итә: йөҙ мәртәбә розга бирҙек тиҙәр ҙә, йыртҡыстарға ташлайбыҙ тип алып китеп, йәшерен юлдан сығарып ебәрәләр.
Әхмәт әлеге землянкаһына барып керһә, ҡарт жулик шунда ята. Ул теге саҡта шау-шыу башланғас та сығып тайған булған икән.
– Үлмәнеңме ни, һин нисек ҡасып ҡотолдоң? – ти, аптырай был. Әхмәт жулик башта бармағындағы батша ҡыҙының, балдағын, аҙаҡ арҡаһында ялланып ятҡан ҡамсы эҙҙәрен асып күрһәтә лә эште һөйләп бирә.
Хәҙер батша һарайына килһәк, бында талаш киткән бит әйГ Монгол батшаһының улы: «Ҡыҙҙы мин алам», – ти. Япон батшаһының улы: «Юҡ, мин алам»,–ти. Греция батшаһының улы: «Мин алам», – ти. Ҡыҙ әйтә тегеләргә:
– Алты ай тыуып, алты ай үткәс, әйтермен, шунда килерһегеҙ. Унда ла әле кем ҡиммәтле бүләк алып килә, шуға ғына барырмын, – ти.
Батша ҡыҙы һалдаттарға яҙыу яҙып бирә лә Әхмәт янына барырға ҡуша, Бының инде тегеләрҙең береһенә лә барғыһы килмәй, Әхмәткә барғыһы килә.
Яҙыуҙы алғас, Әхмәт тегенең өйрәткән белемсеһенә (сихырсыға йәғни) китә. Килә лә, миңә өйрәт, ти. Батша ҡыҙының балдағын, ҡағыҙын күрһәтә. Шунан һуң белемсе бер бүлмәгә алып килә быны. Бүлмәнең стеналары шау көҙгөнән, ти,
– Анауһына ҡара әле, – ти ҡарсыҡ.
Әхмәт жулик ҡараһа, бер Аҡбуҙат сабып килә.
Ҡарсыҡ быға бер кинжал бирә. Шуны ҡулыңдан төшөрмә, ти.
Әхмәт кинжалды ала ла, әбей өйрәткәнсә, шул Аҡбуҙатты эҙләргә сығып китә. Әйҙә, ул китә торһон, беҙ тегеләргә киләйек.
Батша малайҙары һөр береһе үҙ илдәренә ҡайтып керҙеләр инде. Ҡайттылар ҙа ҡиммәтле бүләк әҙерләргә тотондолар.
Бына Монгол батшаһының улы сығып китә ҡиммәтле бүләк эҙләргә. Үҙе менән йөҙ һалдат ала был, ашамлыҡ ала. Эҙләп, өс ай тирәһе йөрөйҙәр былар. Бының һалдаттары астан үлеп бөтә, хәҙер үҙе генә ҡала. Йөрөй был бер үҙе, эй йөрөй, йөрөй торғас, бер һыу буйлап төшәп килә ине, бер алмағас үҫеп ултыра. Алмағасыңда ике генә бөртөк алмаһы бар. «Алманың береһен ашаһаң, үлтерә, икенсеһен ашаһаң, терелтә» тип яҙып ҡуйылған шунда.
«Әһә! – ти был. – Былай булғас, был – иң ҡиммәтлә бүләк булды бит, – ти. – Әгәр миңә килмәһә, быныһын ашатып үлтерәһең дә, икенсеһен ашатып терелтәһең»,– тип уйлап алмаларҙы икеһен дә өҙөп алып, икеһен ике тоҡҡа һала ла ҡайтып китә.
Хәҙер Греция батшаһының улына килһәк, ул да ҡиммәтлә бүләк эҙләп йөрөй. Быныһы йөрөп-йөрөп, бер тауҙан икенсе тауға һуҙылған тоҙаҡҡа барып сыға. Тоҙаҡта бер хрусталь эленеп тора. Ҡояш яҡтыһында ялт-йолт килә. Ҡылана торғас, шуны өҙөп төшөрә бит был. Ҡулына алып тегенең аша ҡарағайны, үҙенең шәһәре лә, Бағдад шәһәре лә яп-яҡын булып күренеп тик тора бит эй!