+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
30 Ғинуар 2021, 21:00

ӘХМӘТ ЖУЛИК

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ (Дауамы)... Ап-аҡ йөҙлө, ап-аҡ сәсле ҡарт ошо урында тороп ҡала. Әхмәт, Аҡбуҙатҡа атланып, сығып китә. Ҡайтып килешләй әлеге Заһира ҡарсыҡҡа килеп төшө.– Атыңдан төш тә, эйәренең артында бер тартма бар, шуны тартып ал, – ти Заһира ҡарсыҡ. ...

«Бәй, былай булғас, был ҡиммәтле бүләк булып сыҡты лабаһа, бының аша теләгән ерҙе күреп була бит!» – тип, Греция батшаһының улы ла ҡайтып китте.

Инде Япон батшаһының улына килһәк, ул да сығып киткән ҡиммәтле бүләк эҙләргә. Диңгеҙ утрауҙарын, урмандарҙы ҡалдырмай эҙләп йөрөгәндә, был бик матур бер балаҫҡа тап була. Хәҙер был шул балаҫҡа баҫҡайны, балаҫ быны күтәреп, үҙенән-үҙе осоп сыҡты ла китте бит эй!

«Әһә, был бик ҡиммәтле бүләк бит! Мин бының менән Бағдад батшаһының ҡыҙын алалам», – тип шатлана был.

Ярай, быларҙың һәр береһе үҙҙәренсә шатлана торһон, ҡыҙ янына барырға әҙерләнһен, хәҙер китәбеҙ Әхмәт жулик янына.

Әхмәт жулик, теге белемсе ҡарсыҡҡа рәхмәттәр әйтеп, Аҡбуҙатты эҙләргә сығып киткәйне бит инде. Ҡулында бының –кинжал. Эй бара был, эй бара, тауҙар, урмандар үтә. Ике тау араһынан барған ваҡытта бер йортҡа барып керә, унда бер ҡарсыҡ ултыра. Ҡарсыҡтың исеме Заһира. Заһира ҡарсыҡ әйтә тегегә:

– Бынауында, ти, бер ҡапҡа бар, кинжалың менән һелтәһәң, йоҙағын өҙә һелтәрһең, ти. Түлке кинжалыңды ҡулыңдан ысҡындыра күрмә, ти. Шунан, ти, ҡапҡа үҙе асылыр. Унан һинең алдыңа бер крокодил килеп сығыр. Крокодилде үлтереп сығып китһәң, аждаһа торор. Уны үлтергәс, бер сихыр ағасы булыр. Ул ағас кешене үҙенә тартып ала ла, быуа ла үлтерә, һин ҡурҡма, гел алға бар, тик кинжалыңды ғына ҡулыңдан ысҡындырма, шуның менән һелтөй-һелтәй бар, – ти. Заһира ҡарсыҡ һөйләй инде быларҙы.

Хәҙер Әхмәт, шул ҡапҡа ҡаршыһына барып, кинжалын һелтәп ебөргөйпе, йоҙаҡ шарт итеп килеп төшө. Йоҙаҡ өҙөлөп төшкәйне, ҡапҡа шарран-яра шығырҙап асылып китә лә бының алдына бер крокодил килеп тә сыға. Әхмәт, төгө ҡарсыҡ әйткәнсә, кинжалын һис ҡулдан ысҡындырмай, һелтәнеп тик тора. Бәй, Әхмәт һелтәгән һайып, тегенең тештәре ҡойола бит! Шулай, крокодилдөң тештәрен ҡойоп бөткәс, ары китә был, аждаһа янына барып өтә. Аждаһа үкерә, ауыҙынан уттар сәсә бит, ҡәһәрең! Әхмәт ҡурҡмай, ҡулынан кинжалын да ысҡындырмай, һелтәнә-һелтәнә һаман алға бара. Аждаһа хәлһеҙләнеп,. йомғаҡ һымаҡ йомарлана да әллә ҡайҙа тәгәрәп төшөп китә!. Шунан китә Әхмәт тағы ла алға. Эләге сихыр ағасына барып етә. Индә был, бөтә көсөн йыйып, кинжалын һелтәй башлай, һелтәгән һайын ағастың ике-өс ботағы өҙөлөп төшә. Шулай ботаҡтары өҙөлөп төшөп бөттө, ағас ҡоро төпсөккә ҡалды. Шунан Әхмәт жулик ары киткәйне, бөтә яҡты ялмап, ут солғап алды. Заһира ҡарсыҡ Әхмәткә бер һыҙғыртмаҡ биргәйне, бик ҡыйын булғанда, шуны һыҙғыртырһың тип. Кинжал менән һелтәп-һелтәп тә, ут кәмемәгәс, шул һыҙғыртмаҡты алып һыҙғыртып ебәргәйне, бының алдына Заһира ҡарсыҡ үҙе килде лә баҫты.

– Бына ошонан бер нур күренер, шуға ҡарап бер ай барырһың. Шул нур һиңә Аҡбуҙатты бирер, – ти Заһира ҡарсыҡ Әхмәткә.

Был хәҙер бер ай буйына шул нурға ҡарап китә. Бер ай тигәндә, нурға барып етә. Барып етһә, нур булып балҡып, ап-аҡ; йөҙлө, ап-аҡ сәсле бер ҡарт ултыра икән.

– Бында һин нисек килеп еттең, улым, унда януарҙар күп ине бит? – ти ҡарт.

– Бик ауыр булһа ла килеп еттем инде, бабай, миңә Аҡбуҙат кәрәк ине бит әле, – ти Әхмәт.

– Һе, алаймы, әйҙә, алай булғас, киттек, – ти ҙә, быны бер кәмәгә ултыртып, диңгеҙ әсенә алып кереп китә. Байтаҡ ҡына барғас: «Бына ошонда сум, – ти. – Диңгеҙ төбөндә бер таш булыр, шуның аҫтында бер асҡыс булыр, шуны алып сыҡ», – ти.

Әхмәт сума, ҡарт кәмәлә ҡала. Әхмәт теге ташты табып, таш аҫтындағы асҡысты алып сыға. Ҡарт Әхмәттә кәмәгә тартып ала ла китәләр былар ҡоро ергә сығып. Күпме ер үткәндәрҙер былар, бер тауға килеп сығалар. Тауҙың битендә бер ишек күренә. Бабай әйтә: «Бар ҙа ана шул ишекте ошо асҡыс менән, ас. Аҡбуҙат шунда булыр», – ти.

Әхмәт бара, теге асҡыс менән ишекте шартлатып аса. Асһа, бында Аҡбуҙат тора. Эйәрләнгән, ҡоралдары ла бар. Әхмәт Аҡбуҙатты менә лә, йылт итеп, бабай янына килеп те етә. Ҡарт әйтә: «Был атты менеп алғас, һин инде хәҙер ике айлыҡ юлыңды ике сәғәттә алдыраһың», – ти.

Ап-аҡ йөҙлө, ап-аҡ сәсле ҡарт ошо урында тороп ҡала. Әхмәт, Аҡбуҙатҡа атланып, сығып китә. Ҡайтып килешләй әлеге Заһира ҡарсыҡҡа килеп төшө.

– Атыңдан төш тә, эйәренең артында бер тартма бар, шуны тартып ал, – ти Заһира ҡарсыҡ.

Әхмәт төшөп, шул тартманы тартып алғайны, Аҡбуҙат осоп сыҡты ла китте, шунда уҡ күҙҙән дә ғәйеп булды.

– Бына атһыҙ ни эшләйһең инде хәҙер? – ти Заһира ҡарсыҡ, көлә.

Оҙаҡ ваҡыт үтмәне, бында бер күк ат килеп төштө. Арҡаһында бына тигән эйәре, эйәрендә ҡоралы бар.

– Бына шуға атлан, – ти ҡарсыҡ.

Әхмәт атҡа менгәйне, Заһира ҡарсыҡ быға ун биш бөртөк борсаҡ бирә:

– Бағдад ҡалаһына барып етер саҡта, ошоно һибеп ебәрерһең. Уң яғыңа һипһәң, кавалерҙәр булыр; һул яғыңа һипһәң, армия булыр, – ти.

Был шунда тороп торһон, хәҙер яңынан тегеләр янына барайыҡ. Монгол батшаһының улы, Япон батшаһының улы, Гре-ция батшаһының улы – өсөһө өс яҡлап киләләр ҙә бер һыу буйында юлдары ҡушылғас, бергәләп китәләр. Монгол батшаһының улы теге алманың үлтерә торғанын Иран батшаһының ҡыҙында хеҙмәт итеүсе монгол ҡыҙына посылка итеп һалған була, «мин барғансы ашат шуны», тип. Хәҙер былар өсөһө бергә килеп ҡушылғас: «Давай, минең хрусталдән ҡарап алайыҡ әле», – ти Греция батшаһының улы. Ҡараһалар, батша ҡыҙы үлгән, Бағдад ҡалаһына ҡара флаг эленгән. Япон батшаһының улы әйтә:

– Минең балаҫ оса бит. Шуға өсәүләп ултырһаҡ, бик тиҙ барып етәбеҙ, – ти.

Монгол батшаһыпың улы әйтә:

– Миндә терелтә торған алма бар, шуны ашатһаҡ, терелтербеҙ уны, – ти.

Балаҫҡа өсәүләп баҫҡайнылар, осоп сығып та киттеләр, Бағдад ҡалаһына барып та төштөләр. Батша быларҙы бик ҡайғырып ҡаршы алды. Монгол батшаһының улы барып теге алмаһын еҫкәткәйне, ҡыҙ ырғып торҙо ла ултырҙы,.ти.

Быларҙың өсәүһе араһында тағы талаш китте. Япон батшаһының улы әйтә:

– Минең балаҫ булмаһа, килеп етә алмаҫ инек, – ти. Греция батшаһыпың улы әйтә:

– Минең хрусталь булмаһа, күрмәҫ инек, – ти. Монгол батшаһының улы әйтә:

– Минең алма булмаһа, ул терелмәҫ ине, – ти.

Монгол батшаһы улының ике йөҙ һалдаты бар. «Мин һуғышып булһа ла алам», – ти. Шулай итеп, быларҙың өсәүһе араһында ыҙғыш сығып киткәс, ҡыҙ әйтә:

– Бирегеҙ бүләктәрегеҙҙе, тикшереп ҡарайыҡ, – ти. Бирәләр. Шул арала Әхмәт жулик тә Бағдад ҡалаһына килеп етә. Армияһы теге яҡтан да, был яҡтан да ерҙе ҡаплап килә икән. Килеп етте лә был, кремлде уратып алды. Монгол батшаһының армияһын юҡ итте, тегеләрҙең үҙҙәрен ҡулға алды. Ҡыҙ югереп ҡаршы сыҡты ла: «Мин бына быға барам», – ти. Тегеләрҙең ҡиммәтле бүләктәре ҡыҙҙың ҡулында ҡалды.

– Яҡшы саҡта ҡайтаһығыҙмы әллә төрмәлә ятырға риза булаһығыҙмы? – ти был тегеләргә.

Тегеләр ҡайтып китә. Шулай итеп, Әхмәт жулик батшаның, ҡыҙын алып ҡуя, батша була.

Читайте нас: