-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
22 Ғинуар 2021, 22:30

ҠЫҘЫЛ КӘЛӘПҮШ

Француз халыҡ әкиәте

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡыҙыҡй. Уны әсәһе менән өләсәһе бик-бик яратҡан. Өләсәһе уға ҡыҙылдан матур кәләпүш тегеп кейҙергән. Ҡыҙыҡайға кәләпүше шул тиклем килешә икән, тора-бара уны бөтәһе лә Ҡыҙыл кәләпүш тип кенә йөрөтә башлаған.

Берҙән-бер көндө әсәһе бәрәмес бешергән, аҡ май баҫҡан да Ҡыҙыл кәләпүшкә:

- Өләсәйең ауырып киткән. Уға бәрәмес менән аҡ май алып бар, ъәлен белеп ҡайт, - тигән.

Өләсәһе ҡара урман артындағы бер ауылда йәшәгән. Ҡыҙыл кәләпүш шунда уҡ юлға сыҡҡан.

Урман буйлап китеп барһа, уға бүре осраған. Ҡыҙыл кәләпүште бер генә ҡабып йотор ине лә, яланда ағас ҡырҡыусылар йөрөй икән.

- Ҡайҙа китеп бараһың, Ҡыҙыл кәләпүш? - тип һораған, ти, бүре.

- Өләсәйемә, - тип яуап ҡайтарған Ҡыҙыл кәләпүш.

- Кәрзинеңдә нимә ул?

- Бәрәмәс менән аҡ май. Өләсәйем ауырып киткән, хәлен белергә барам.

- Өләсәйең ҡайҙа йәшәй һуң? - тип ҡыҙыҡһынған бүре.

- Урманды сыҡҡас та иң ситке өйҙә.

Ҡыҙыл кәләпүш бүреләрҙең яуыз булғанын белмәгән. Бөтәһен дә һөйләгән дә биргән, ти.

- Минең дә өләсәйеңдең хәлен белгем килә, - тигән бүре. - Әйҙә, ярышайыҡ. Мин ошо һуҡмаҡтан барам, ә һин анау юлды һайла. Кемебеҙ алданыраҡ барып етер икән?

Хәйләкәр бүре иң ҡыҫҡа юлдан елдергән, әҠыҙыл кәләпүште урауҙан ебәргән. Ҡыҙыл кәләпүш күбәләктәр баҫтырып, сәскә йыя-йыя атлағансы, бүре барып та еткән, ти. Бына ишек шаҡыған. Туҡ-туҡ.

- Кем бар унда? - тигән өләсәй.

- Был мин, Ҡыҙыл кәләпүш, - тип яуаплаған бүре. - Һиңә бәрәмәс менән аҡ май килтерҙем.

- Бауҙы тарт, балаҡайым, - тигән өләсәй. - Ишек үҙе асылыр.

Өс көн ашамаған ас бүре атылып килеп ингән дә өләсәйҙе һоғонған да ҡуйған.Ул хатта туймай ҙа ҡалған, ти. Шунан өләсәй кеүек кейенеп алған да урынына ятҡан.

Бына Ҡыҙыл кәләпүш тә килеп еткән. Туҡ-туҡ.

- Кем бар унда? - тип һораған бүре, өләсәйгә оҡшатырға тырышып. Тик тауышы ғырылдап сыҡҡан. Ҡыҙыл кәләпүш өләсәһенең тамағы ауырталыр тип уйлаған.

- Был мин, Ҡыҙыл кәләпүш, - тип яуаплаған. - Һиңә бәрәмәс менән аҡ май килтерҙем.

- Бауҙы тарт, балаҡайым, ишек үҙе асылыр, - тигән булған, ти, бүре. Үҙе юрғанға уранған.

Ҡыҙыл кәләпүш килеп инһә, өләсәһе түшәктә ята.

- Арығагһыңдыр инде, балаҡайым, - тигән булған, ти, бүре. - Бәрәмәсеңде өҫтәлгә, аҡ майҙы кәштәгә ҡуй ҙа яныма ултырып тор.

- Өләсәй, өләсәй, - тигән Ҡыҙыл кәләпүш. - Нишләп һинең ҡолағың шундай ҙур?

- Һине яҡшыраҡ ишетер өсөн, балаҡайым.

- Өләсәй, өләсәй, ә нишләп һинең күҙең шундай ҙур?

- Һине яҡшыраҡ күрер өсөн, балаҡайым.

- Өләсәй, өләсәй, ә нишләп һинең ҡулың шундай ҙур?

- Һине нығыраҡ ҡосаҡлар өсөн, балаҡайым.

- Өләсәй, өләсәй, ә нишләп һинең тешең шундай ҙур?

- Һине ашар өсөн, балаҡайым, - тип ажғырған да бүре Ҡыҙыл кәләпүште йотҡан да ҡуйған.

Шул ваҡыт өй эргәһенән ағас ҡырҡыусылар үтеп барған. Тауышҡа килеп инһәләр, эсе күбәләй булып, бүре ята икән.

- Ах һин, яуыз, - тип асыуланған улар. Эсен ярып ебәрһәләр, унан Ҡыҙыл кәләпүш менән өләсәһе иҫән-иман килеп сыҡҡан, ти.

Улар шул тиклем ҡыуанған, ағас ҡырҡыусыларға мең рәхмәт әйткән. Күмәкләшеп сәй эскәндәр, аҡ май менән бәрәмәс ашағандар. Ә Ҡыҙыл кәләпүш:

- Инде мин бер ваҡытта ла яуыз бүрегә ышанмам, уның менән һөйләшмәм, - тигән ти.

Читайте нас: