-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
20 Ғинуар 2021, 13:10

ӘКИӘТТӘ ҠУНАҠТА

Балан ниңә ҡыҙыл һәм әсе? Борон-борон заманда йәшәгән, ти Баланбикә тигән ағас. Ул үҙен урмандағы иң матуры, тип уйлаған.Бына бер көндө ул урманда: “Иғтибар, иғтибар, сәғәт өстә матурлыҡ конкурсы үткәрелә!” - тигән яңылыҡ ишетеп ҡалған.Баланбикә ашыға-ашыға конкурсҡа әҙерләнә башлаған. Алҡаларын, муйынсаҡтарын тағып алған, ҡупшы ғына күлдәген кейгән дә конкурсҡа йүгергән.Барып етһә, унда бөтәһе лә береһенән-береһе матурҙар икән. Баланбикәнең беренсе урын алғыһы килгән. Тик уның киреһе генә килеп сыҡҡан.Шул ваҡыт унан бөтәһе лә көлә башлаған. Баланбикәнең оялыуынан бите ҡыҙарған һәм ул илай башлаған. Уның йәштәре шул тиклем әсе булған, хатта емештәренә лә һеңгән. Шунан алып баландың емештәре ҡыҙыл һәм әсе икән. Фәнзилә СӘЛМӘНОВА.Белорет районы Шығай ауылы.

Читайте нас: