+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
13 Ғинуар 2021, 14:15

ҠЫШ – АРБАҢДЫ, ЙӘЙ САНАҢДЫ ӘҘЕРЛӘ. ХИКӘЙӘ

Илгиз менән Нургиз – класташтар. Беренсе класҡа уҡырға бергә төштөләр. Тиҙ дуҫлашты улар. “Холоҡ-фиғелдәрегеҙ ҙә, хатта, исемдәрегеҙ ҙә оҡшаш”, – ти Илгиздең әсәһе. “Икегеҙ ҙә тырышһығыҙ. Тик “бишле”гә генә уҡыйһығыҙ, афарин!” – тип Нургиздең өләсәһе малайҙарҙы маҡтап ҡуя. Бер көн Илгиз дуҫына килһә, ул өйҙә юҡ. – Оҫтаханала ул, – тип Нургиздең өләсәһе малайҙы ихаталағы кескәй өйгә индереп ебәрҙе. Нургиз таҡта йыша ине. Дуҫтар ихлас күреште. Хатта, өлкәндәргә оҡшатып, бер-береһенең ҡулбаштарынан ҡағып ҡуйҙылар. – Таҡталарҙы нимәгә әҙерләйһең? – тип һораны Илгиз. – Сыйырсыҡ ояларын яһарға уйлайым, – тип Нургиз йылмайҙы. – Һеҙҙә сыйырсыҡ оялары бар ҙа инде, – Илгиз сикһеҙ ғәжәпләнде...

– Икәү генә шул. Йәнә өстө эшләргә уйлайым, – Нургиз тирләгән маңлайын, сикәләрен ҡулъяулығы менән һөртөп ҡуя.
– Сыйырсыҡтар йылы яҡтарға осоп китте бит, – тип дуҫы һаман аптырай.
– Ғүмер тиҙ үтә, ти өләсәйем. Тағы яҙ етер, ҡоштар тыуған яҡтарына ҡайтыр. Ваҡыт барҙа ояларҙы яһап, әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Ҡоштар ҡайтыр саҡта ғына тотонһам, йә ваҡыт булмаҫ – һуңлармын.
Нургиз йышылған таҡталарҙы тикшереп ҡараны.
– Беләһеңме, Илгиз дуҫ, атайымдың яратҡан мәҡәле бар. “Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә”, – тип әйтә ул.
Мәғәнәле мәҡәлде Илгиз дә күңеленә һеңдерҙе. Бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәй, дуҫының зирәклегенә, бөтмөрлөгөнә һоҡланды.
Ә һеҙ, балалар, хеҙмәт тураһында тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
Читайте нас: