+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
12 Ғинуар 2021, 14:15

АЙНУРҘЫҢ ДУҪТАРЫ. ХИКӘЙӘ. В. ИСХАҠОВ

Венер Исхаҡов Айнурҙың күпте белеүенә хайран ҡала Илшат. Уҡытыусылар нимә тураһында ғына һорамаһын, сатнатып яуап бирә лә ҡуя. Бөгөн тәбиғәтте өйрәнеү дәресендә ҡоштар хаҡында ҡайһылай ҡыҙыҡ итеп һөйләне һуң! Бөтәһе лә уны рәхәтләнеп тыңланы. Тәнәфестә Илшат унан: - Һин бөтәһен дә ҡайҙан беләһең ул? — тип һорап ҡуйҙы.

- Минең дуҫтарым күп, шулар һөйләй, — тине мут йылмайып Айнур.
Илшат быға ышанманы.
- Фәстерәһең!
- Нишләп шаяртайым, ышанмаһаң, әйҙә дәрестән һуң беҙгә барабыҙ, — тип класташын үҙҙәренә саҡырҙы Айнур.
Өйҙә берәү ҙә юҡ ине. Улар Айнурҙың бүлмәһенә үттеләр. Малай кәштәләге төрлө-төрлө китаптарҙы күрһәтеп:
— Бына ошолар инде минең дуҫтарым, — тине йылмайып.
Читайте нас: