+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
5 Ғинуар 2021, 20:50

ТЫЛСЫМЛЫ ҺҮҘҘӘР. Әкиәт.

Гөлнара МОСТАФИНАБорон-борон заманда Кәрим исемле бер малай йәшәгән. Ул иртәнән кискә тиклем илап, мыжып тик йөрөгән. Үсексән, тыңлауһыҙ ҙа булған үҙе.Бер көндө әсәһе магазинға йыйынған.- Мин дә барам! Миңә яңы уйынсыҡтар кәрәк! – тип Кәрим әсәһенең артынан эйәргән.- Һин бит үсегәһең, илайһың, ә ундай балалар менән уйынсыҡтар уйнамай, - тигән уға әсәһе.- Мин бүтән иламайым, тыңлап ҡына йөрөйөм, - тип һүҙ биргән малай.Кәрим менән әсәһе уйынсыҡ магазинына ингән. Ә унда айыуҙар ҙа, ҡуяндар менән төлкөләр ҙә, ҡурсаҡтар менән машиналар ҙа бик күп икән.


Кәримгә уйынсыҡ айыу оҡшаған.

- Айыу! Кил бында! Минең һинең менән уйнағым килә! – тип ҡысҡырған уға Кәрим.

Айыу, уның йәмһеҙ тауышын ишетеп, ҡурҡып киткән.

- Минең һинең менән уйнағым килмәй! - тип малайға арты менән боролған.

Кәрим үсегеп илай башлаған. Әсәһен дә, һатыусыны ла тыңламаған. Шул саҡ улар эргәһенә әсәһе менән Әлиә тигән ҡыҙ килеп баҫҡан. Әлиә айыуҙы күреп ҡалған.

- Һаумы, Айыуҡай! Зинһар өсөн, әйҙә бергә уйнайыҡ! – тигән ул айыуға.

Ә “зинһар” тигән һүҙ тылсымлы булған. Уны әйткән кешене бөтәһе лә тыңлай, һорағанын үтәй икән.

Тылсымлы һүҙҙе ишеткәс, айыу ҙа ҡыуанып киткән.

- Әлбиттә һинең менән уйнайым! – тигән ҡыҙға.

Әсәһе Әлиәгә айыуҙы һатып алған.

- Рәхмәт! – тигән Әлиә.

“Рәхмәт” тигән һүҙ ҙә тылсымлы икән. Уны әйткән кеше матур була, уны бөтәһе лә ярата.

Айыу Әлиә менән киткән.

Хәҙер Кәримдең машина менән уйнағыһы килгән.

- Миңә тиҙ генә ошо машинаны алып бир! - тип ҡысҡырған ул әсәһенә.

- Уй, ҡайһылай насар һөйләшә! – тигән машина аптырап.

- Эй, ишетәһеңме, әйҙә минең менән уйна! – тип ныҡышҡан Кәрим.

Ул тылсымлы һүҙҙе әйтмәгәс, машина уны тыңламаған, ситкәрәк күскән.

- Минең һинең менән уйнағым килмәй! – тигән ул.

Кәрим ҡысҡырып илай башлаған. Шул саҡ уларҙың эргәһенә әсәһе менән Марат тигән малай килеп баҫҡан. Мараттың да машина менән уйнағыһы килә икән.

- Зинһар өсөн, әйҙә машинаны һатып алайыҡ! – тигән ул әсәһенә. Тылсымлы һүҙҙе ишетеп, машина ҡыуанып киткән. Шунда уҡ был тәртипле малай менән уйнағыһы килгән. Әсәһе Маратҡа машинаны һатып алған.

- Рәхмәт! – тигән Марат.

Машина Марат менән киткән.

Хәҙер Кәрим туп менән уйнарға теләгән.

- Миңә өҫкө кәштәлә ятҡан туп кәрәк! – тигән ул әсәһенә. Ә тупҡа:

- Эй, туп, тиҙ генә минең эргәмә һикереп төш! – тип ҡысҡырған.

- Минең насар һөйләшкән балалар менән уйнағым килмәй! – тип туп төпкәрәк ҡасҡан.

- Әсәй, ниңә улар Әлиә һәм Марат менән генә уйнай? – тип йәнә илай башлаған Кәрим. – Минең менән дә уйнаһындар!

- Улар, улым, “зинһар”, “рәхмәт” тигән тылсымлы һүҙҙәрҙе белә, шуға уйынсыҡтар улар менән уйнай, - тип яуап биргән уға әсәһе. – Ошо тылсымлы һүҙҙәрҙе иламай ғына әйтһәң, һинең менән бөтәһе лә уйнар, бөтәһе лә һине яратыр.

Шул саҡ улар эргәһенә бәләкәй генә ҡыҙыҡай килеп баҫҡан. Ул әле һөйләшә лә белмәгән. Туп менән уйнарға теләгән, тик уны кәштәнән ала алмаған.

- Әсәй, зинһар өсөн, тупты ҡыҙыҡайға алып бир әле, уның уйнағыһы килә, - тигән Кәрим әсәһенә.

Тылсымлы һүҙҙе әйткәс, әсәһе тупты шунда уҡ бәләкәскә алып биргән. Ә ҡыҙыҡай ҡыуанысынан көлөп ебәргән.

- Рәхмәт! – тигән Кәрим әсәһенә.

Туп һикерергә, шаярырға тотонған.

- Зинһар, әйҙә бергә уйнайыҡ, күңеллерәк булыр! – тигән Кәрим тупҡа.

- Әйҙә бергә уйнайыҡ! – тип туп малай менән ҡыҙыҡай янына һикерәндәп килеп тә еткән.

- Рәхмәт! - тигән Кәрим.

Тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтә башлағас, кәштәлә торған айыуҙар ҙа, машиналар ҙа Кәрим менән ҡыҙыҡай янына төшкән. Улар бик күңелле уйнаған.

Гөлнара МОСТАФИНА.
Читайте нас: