-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
28 Декабрь 2020, 14:05

ТЫЛСЫМ КӨСӨ. ӘКИӘТ

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА. Һәр кемдең тиҙерәк буйға үҫкеһе килә, шулай бит, кескәй дуҫтар? Ул да тиҙ генә ҙурая һалып бөтөнөһөн дә аптыратырға булды. Тырышып-тырмашып ҡыйыҡтан аҫҡа табан шәп итеп үҫте. Кем тип уйлайһығыҙ уны? Боҙбармаҡ, әлбиттә. Тик уны күргән кешеләр:“Ҡалай ҙур боҙ, башҡа төшөп ҡуймаһын!” – тип ҡурҡа башланы. Быны ишеткән Боҙбармаҡтың кәйефе ныҡ ҡырылды. Ул барыһын да ҡыуандырырмын, тип уйлағайны, киреһенсә...

Эргәлә генә балалар Ҡар бабайы яһап ултырттылар. Кишерҙән танау ҡуйғайнылар, ә уны төндә ҡуян алып ҡасты. Боҙбармаҡ ҡыйыҡтан төштө лә бушаған урынға ҡунаҡланы. Иртәнсәк уйнарға килгән балалар ялтыр танауҙы күреп ҡыуанды. Уларҙан нығыраҡ Боҙ үҙе шатланды, тик оҙаҡ түгел. Бер малай кишерҙән яңы танау ҡуйҙы. Боҙбармаҡтың бик илағыһы килһә лә, иреүҙән ҡурҡты. Ҡапыл бер бала тайып йығылды ла сеңләп илап ебәрҙе. Боҙ: “Уй, тиҙерәк тымыҙырға кәрәк, юғиһә, ул да илай-илай бәләкәсәйер!” – тип уйланы. Сабыйҙың алдында орсоҡ һымаҡ өйөрөлөп бейей башланы. Ҡояш нурҙары унда сағылып төрлө төҫтә емелдәне. Бала көлөп ебәрҙе... Ары киткәс ҡыҙыл тунлы, аҡ һаҡаллы ҡартты күреп: “Һаумы, Ҡыш бабай! Тылсымлы таяғың ҡайҙа? – тип һораны.

– Таяғым йылы яҡтарҙа ирене, Боҙ дуҫҡай.
– Мин иремәйем. Минән тылсымлы таяҡ яһа!
– Таяҡ үҙе тылсымлы булырға тейеш.
– Нисек инде?
– Ваҡыты еткәс, үҙең белерһең.
Шул саҡ Боҙбармаҡ, Ҡар бабайға теге балағаярҙам иткәнен һөйләйем тип ауыҙ асҡайны, серле семәрле таяҡҡа әйләнде лә ҡуйҙы.
– Бына ошо инде – тылсым! – тине күпте күргән Ҡыш бабай.
Изгелек – үҙе бер тылсым икән, тип һөйөндө моратына ирешкән Боҙбармаҡ.

Читайте нас: