Ҡапыл ниндәйҙер ҡот осҡос йәмһеҙ тауыш килеп ҡушылды. Ҡошсоҡтар ағас башына нисек осоп менгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Хатта иҫке аҡ машина ла уларҙың артынан һикерә яҙҙы. Ҡалғандары иһә тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Шул саҡ һуңғы рәттә,батҡыл ерҙә йөрөй торған ҙур машинаны күреп:
- Эй, дуҫ, нишләп шул саҡлы шаулайһың? —тиештеләр.
Уңайһыҙланып, тынып ҡалдған машина: “Минең дә һеҙгә ҡушылып йырлағым килә”— тине.
— Һин ошоно йыр тиһеңме? — тип һүҙгә ҡушылды уның өҫтөнә килеп төшкән ала ҡарға.
— Башҡаса йырлай белмәйем, тик минең дә ҡушылғым килә, һеҙҙең менән бик күңелле, — тине ҙур машина.
— Тырышһаң, килеп сығыр, — тип һүҙгә ҡушылды иҫке аҡ машина. — Әлегә тыңлап ҡына тор! — тине лә: “Пи-ип-пип” тип, йыр башланы. “Сирҡ-сирҡ” тип, ҡушылды ҡарабаштар, “би-ип-бип” тип, эләктереп алды ҡыҙыл машина, шунан инде “сырҡ-сырҡ” килеп һоро турғайҙар ҙа бейеште. Яйлап ҡына был хор машиналарҙан, ҡоштарҙан торған бер ҙур оркестрға әйләнде. Һәм бик матур көҙгө симфония башҡарҙы.
Иртәгәһен аҡ машинаның хужаһы ҡыҙын балалар баҡсаһына алып китте.Яндарында өйөрөлөп осҡан ҡоштарҙы күреп, ҡыҙсыҡ:
— Атай, ҡара әле, бөгөн беҙҙең машина ҡанатланып осҡан кеүек, еңел генә бара, — тине.
— Пи-ип-пип! — тип, ҡәнәғәтләнеп йыр һуҙҙы аҡ машина.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА тәржемәһе.