Беренсе ҡошсоҡ, аптырашта ҡалып:
— Улай булғас, һин ни эшләп төнъяҡҡа китеп бараһың һуң? — тигән. — Унда бит һыуыҡ, ем табыуы ла ауыр, күрше-тирә лә уҫал, аралар ҙа һалҡын көн кеүек — улар менән бергә йәшәүҙәре бик ҡыйын. Бәлки, һуң булмаҫ борон һиңә кире боролорға кәрәктер?
Ләкин көнъяҡтан осоп килгәне:
— Юҡ инде, дуҫ, — тип яуап биргән, ти. — Һин мине йәлләгәнһең икән, тимәк, һинең йөрәгең мәрхәмәтле, күңелең дә саф, изгелекле. Бына шундай күңел йылыһы эҙләп ҡайтып киләм мин...
Ҡошсоҡ күккә күтәрелгән дә ҡотопҡа ҡарай осҡан, ти.