+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
28 Ноябрь 2020, 16:45

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

СЫСҠАН менән ТӨЛКӨ(чукча халыҡ әкиәте)Йәшәгән, ти тундрала бәләкәй генә сысҡан. Бер ваҡыт ул усаҡ өҫтөндә сәй ҡайнатып, төлкөнө ҡунаҡҡа көткән.Төлкө килгәс:- Килдеңме! —тип һораған.- Эйе! Әйҙә сәй ҡайнағансы уйнап алайыҡ! —тигән төлкө.- Юҡ, көтөп тор аҙыраҡ, тәүҙә сәй эсәйек! — тигән сысҡан.Төлкө асыуланып кире китергә булған. Сысҡан төлкөнөң ҡайтып китеүенән ҡурҡып ризалашҡан.- Ниндәй уйын уйнайбыҙ? — тип һораған сысҡан.- Әйҙә һикерәбеҙ.Һикерә башлағандар. Төлкө бейегерәк һикергән. Сысҡан отолған.Сысҡан:- Әйҙә хәҙер йәшенмәк уйнайыҡ — кем кемде таба шул еңә! тигән.Кем беренсе булып йәшеренә тип, бик оҙаҡ бәхәсләшкәндәр. Төлкө сысҡандан өҫтөнлөк алған.Йәшеренгәс, төлкө, йөнтәҫ ҡойроғон тышта ҡалдырған. Сысҡан төлкөнө ҡойроғонан тартып сығарған. Ә шунан инде сысҡан ҡасҡан. Төлкө уны ярты көн эҙләп, табалмағас, сысҡанға:- Һин миңә тауыш булһа ла бир! — тигән.Сысҡан шунда уҡ:- Мин бында! — тип яуаплаған.Төлкө тауыш килгән яҡҡа ташланһа, ә сысҡан юҡ. Шулай итеп сысҡан: “Мин бында!” — тип, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгән. Ә төлкө иһә, тағы ярты көн сысҡанды баҫтырған. Ул ауыр тын алып усаҡ алдына саҡ барып йығылған.- Сыҡ, һин еңдең! — тигән төлкө сысҡанға. Әйҙә сәй эсәйек!Ҡараһалар — сәй әллә ҡасан инде ҡайнап бөткән. Зөбәйҙә ИСЛАМОВА тәржемәһе.(сайтта - рус телендә).

МЫШКА И ЛИСА
(Чукотская сказка)
Жила в тундре маленькая мышка. Однажды сидела она, варила чай на очаге и поджидала лису в гости.
Пришла лиса. Мышка сказала:
— Ты пришла!
— Ага! — ответила лиса. — Давай поиграем, пока вскипит чай!
— Нет, подожди немного, сначала попьём чаю!
Лиса рассердилась и хотела уходить. Мышка испугалась, что лиса уйдёт, и согласилась.
— Как мы будем играть? — спросила мышка.
— Давай прыгать.
Начали они прыгать. Лиса прыгнула выше. Проиграла мышка.
Мышка говорит:
— Теперь давай играть в прятки — кто кого найдёт, тот и победит!
Долго спорили, кто будет первым прятаться. Лиса переспорила мышку.
Спряталась лиса, а пушистый хвост наружу выставила.
Вытащила мышка лису за хвост. Потом мышка спряталась. Лиса полдня искала её, не нашла и сказала мышке:
— Ты хоть голос подай мне!
Мышка сейчас же ответила:
— Я здесь!
Лиса кинулась на голос, а мышки там уже нет. Так мышка кричала: «Я здесь!» — и перебегала с одного места на другое, а лиса гонялась за мышкой ещё полдня, пока не упала возле очага, едва переводя дух.
— Выходи, ты победила! — сказала лиса мышке. — Пойдём чай пить!
Смотрят — а чай давно уже выкипел.
Читайте нас: