+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
6 Ноябрь 2020, 12:15

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

Бәләкәскәй Болот(әкиәт)Йылы ғына ҡояшлы көндә, асыҡ зәңгәр күкте аптыратып, ҡайҙандыр бәләкәй генә бер болот килеп сыға. Күп тә үтмәй, ҙурая биреп, бөҙрә сәсле сабый ғына малайға әйләнә. Ул тирә-яҡты йылмайып күҙәтеп ята ла ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрә, хатта һауа һелкенеп ҡуйғандай була. Был тауышҡа Ҡояш та уяна. Ул Айҙың бүлмәһенән имеҙлек алып, тиҙ генә Болот-малайҙың ауыҙына ҡаптыра һала. Тегеһе, супылдатып имә-имә, тынысланып йоҡлап китә. Ҡапыл ел сыға. Баҡһаң, Ел-ҡыҙыҡай үҙенә уйнарға иптәш эҙләй икән. Таба алмағас, йоҡлап ятҡан Болотто күреп ҡалып һелкетә башлай. Йоҡо аралаш Болот-малай тағы ла илап ебәрә. Ел-ҡыҙыҡай уны йәлләп, яңынан йомшаҡ ҡына өрөп бәүетә башлай. Ә үҙҙәренең йылы ҡояш нурҙарынан алыҫлашҡандарын һиҙмәй ҙә ҡала. Болот-малай дер ҡалтырап, өшөп, бөтөнләй уяна. Ҡуйырып, ҡара- зәңгәрләнеп, күҙ йәштәрен түгә башлай. Шулай итеп, асыҡ аяҙ күктә ҡапыл ямғыр барлыҡҡа килә.Илап ятҡан Болот-малайҙы күреп, Ҡояш бәләкәстең йөҙөн йылытып, сорнап ала.Инде сәғәт иртәнге һигеҙ. Ҡояш Ҡауҙыны эҙләй. Ә ул иһә, шылтыраған сәғәтте лә ишетмәй, Ай бүлмәһендә йоҡлап ята икән.– Тор, йоҡосо, донъяға яңы бәпәй килде!– Бар, Бәләкәскәй Болот-малайҙы эҙләп тап.Ә теге һаман уянмай, ти. Ҡояш күнәк менән һыу ала ла тегеңә һибә. Ҡапыл өҫтөнә ҡойолған һыуҙан Ҡауҙы иҙәнгә йығылып төшә. Бәрелгән башын ыуа-ыуа “Йоҡосо” тип яҙылған кепкаһын эләктерә лә сығып оса. Биноклен алып тирә-яҡты байҡай башлай. Тырыздағы Болот-малайҙы күргәс, уны эләктереп алып бала табыу йортона ҡарай оса.Килеп төшһә, асыҡ тәҙрә алдында шәфҡәт туташы йоҡлап ултыра икән.– Бынағайыш, тағы бер йоҡосо! – тип уйлай йоҡосо Ҡауҙы. Шунан, тырызын тәҙрә тупһаһына ҡуйып Болот-малайҙың ауыҙынан имеҙлеген тартып ала. Үҙе тиҙ генә осоп та китә. Бәләкәскәй имеҙлеген һорап ҡысҡырып илай башлай. Тик уны бер кем ишетмәй. Оҙатып килгән Болот та малайҙан айырылып күккә оса. Шунан ни булырын ҡырҙан күҙәтә башлай. Илап еңә алмағас, малай туҡтай һәм шым ғына тирә-яҡты байҡай, тик тырыз аша бер нәмә лә күрмәй. Ахырҙа, өҫтән ҡарап торған Болот түҙемлеге бөтөп, йоҡосо шәфҡәт туташтың өҫтөнә ямғырын һибә. Өҫтө еүешләнеп уянып киткән аҡ халатлы ханым бер ни аңламай.– Урамда сағыу ҡояш, болот әҫәре күренмәй, ә кейемдәрем һыу! Ҡыҙыҡ хәл. Нимә был? – тип уйлай.

Тырызда йылмайып ятҡан сабыйҙы күреп:
– Вәт әй, өнмө был, төшмө... Ниндәй шатлыҡ – донъяға тағын бер сабый килгән! Тиҙерәк уны табипҡа алып инәйем, ата-әсәһен шатландырайым...
Илдус ИНСАФЕТДИНОВ.
Һамар ҡалаһы.
Читайте нас: