+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
3 Ноябрь 2020, 00:44

ТЕРПЕ, ҺАЙЫҪҠАН ҺӘМ БҮРЕ. ӘКИӘТ

Гөлнара Мостафина. Нурия исемле ҡыҙ йәшәгән. Йәнлектәр уның яратҡан дуҫы булған. Бер көн ул башына таж эшләйем тип сәскәләр йыйып йөрөһә, янына Һайыҫҡан осоп килә. Үҙе арып бөткән. – Нурия! Ярҙам ит! – тип ҡысҡыра ул әллә ҡайҙан. – Ни булды? Һиңә ярҙам кәрәкме? – тип ҡурҡып китә Нурия. – Терпе Бүренең ҡапҡанына эләккән! Ҡулы бик ныҡ ауырта! – ти Һайыҫҡан. – Әйҙә күрһәт ҡайҙа икәнен! – ти ҙә ҡыҙыҡай, Һайыҫҡан күрһәткән яҡҡа йүгерә. Бына улар ҡуйы ағастар араһына килеп инә. “Ҡотҡарығыҙ!” тигән тауышты ишетә Нурия. Ысынлап та, Терпе тәпәйе менән ҡапҡанға эләккән дә ҡуҙғала алмай ята.

Ҡыҙ уны ҡотҡарған арала Бүре килеп етә. Ҡыҙыҡай янына килә.
– Ярҙам кәрәкме? – тип юхалап ҡына өндәшә. Ҡапҡанды мин ҡорғайным, тип әйтә алмай бит инде.
– Юҡ, рәхмәт, – ти Нурия. – Ҡапҡан ҡорған хайуанды тапһаммы! Үҙенең аяғына кейҙереп ебәрәм мин уны! Әйҙә йөрөһөн ысҡына алмай! – тип янай.
Бүре ҡурҡышынан ҡойроғон аяғы араһына ҡыҫа. Үҙе әкрен генә ҡыҙҙы күҙләй: уны тамаҡлағанда шәп булыр ине! Тик нисек? Өҫтән Һайыҫҡан күҙәтә, аҫта – терпе... Хәйләгә барырға уйлай Бүре:
– Эйе, эйе! Кәрәген бирер кәрәк яуыздың! Ә әлегә әйҙә Терпене миңә алып барайыҡ, аяғын бәйләйек, дарыу бирәйек. Анауында ғына йәшәйем мин.
Терпе, кәрәкмәй, тиһә лә, уны Бүрегә алып китәләр. Бүре уның ауыртҡан аяғын бәйләй, ә башында һаман бер уй: нисек итеп был ҡыҙҙы ашарға? Иң тәүҙә Һайыҫҡандан ҡотолорға кәрәк, тигән ҡарарға килә ул. Ҡыҙға:
– Һин ут яға тор, ә мин тиҙ генә һыуға барып киләйем, – ти ҙә, йәнәһе лә, һыуға китә. Йылғаға еткәс тә биҙрәләрен ҡайын артына йәшерә, ағас ботағынан атҡыс (рогатка) эшләп ала. Рогаткаһының башына резинка ла ҡуйғас, йылғанан елле генә бер нисә таш һайлап ала. Эшен тамамлағас, бәләгә тарығандай: “Аһ! Аһ!” тип ыңғыраша башлай. Уйы дөрөҫкә сыға: Һайыҫҡан осоп килеп тә етә.
– Нимә булды?
– Аһ! Үҙем дә аңламайым! Яҡыныраҡ килсе...
Һайыҫҡан осоп төшөүгә Бүре рогаткаһына таш ҡуйып, Һайыҫҡанға төбәп атып ебәрә. Ярай әле ҡошҡай йылғыр булып сыға: шунда уҡ янтайып өлгөрә, таш шыйлап эргәһенән генә үтеп китә. Шулай ҙа ҡанатып эләктереп өлгөрә. Һайыҫҡан бер аҙ осоп бара ла ергә ҡолап төшә.
Ерҙән Терпе күҙәтеп торған була. Ҡошҡа нимәлер булғанын шунда уҡ аңлай ул. Шуға ла ваҡ-ваҡ аҙымдары менән Һайыҫҡан осоп төшкән яҡҡа йүгерә. Бүренән алда уны килеп таба. Һайыҫҡан уға барыһын да һөйләп бирә. Нурияға ҡурҡыныс янағанын да иҫкәртә. Ҡапҡанды, моғайын, Бүре ҡуйғандыр, тип тә әйтә. Улар бүрене аҡылға ултыртырға килешә. Юҡһа башҡа йәнлектәргә лә зыян килтерергә мөмкин бит.
Терпе йомғаҡҡа йомарлана ла Бүрегә табан тәгәрәп китә. Бер ни һиҙенмәгән Бүренең аяғына менә лә энәләрен ныҡ итеп батыра.
– Ай-ай-ай! Ауырта бит! – тип ҡысҡырып ебәрә Бүре.
– Бына һин дә ҡапҡанға эләктең! Рәхәтме? – тип һорай унан Терпе.
– Юҡ, рәхәт түгел, бик ауырта! – тип урман яңғыратып ҡысҡыра Бүре.
– Рәхәт булмаһа, ниңә башҡаларға ҡапҡан ҡораһың?!
Ул арала Һайыҫҡан да килеп етә. Уның ҡанаты ауыртҡанға оса алмай, атлап ҡына йөрөй. Бүренең башына һикереп ултыра ла түбәһенән суҡып-суҡып ала.
– Хәҙер беҙ һине ашайбыҙ! – ти Терпе менән Һайыҫҡан икеһе бер юлы. Бүре ныҡ ҡурҡа:
– Ашамағыҙ! Зинһар, ебәрегеҙ мине! – тип илай.
– Бынан ары ҡапҡан ҡорорһоңмо? – тип һорау ала Терпе менән Һайыҫҡан.
– Ю-ю-юҡ! Бер ваҡытта ла ҡапҡан ҡормам! – тип һүҙ бирә Бүре.
– Йәнлектәрҙе бер ваҡытта ла ашамаҫһыңмы?
– Юҡ, бер ваҡытта ла ашамам! Ант итәм! Киреһенсә, уларға ярҙам итермен! – ти Бүре.
Терпе менән Һайыҫҡан Бүрене шунда ғына ебәрә.
Бүре Һайыҫҡандың ҡанатын бәйләй, яраһы тиҙерәк төҙәлһен өсөн дарыу бирә. Нурия ике яралы дуҫын алып, ҡайтып китә. Бүре: “Иртәгә яраларын бәйләтергә килегеҙ”, – тип оҙатып тороп ҡала. Уға дуҫтары алдында ныҡ оят була.
Читайте нас: