+2 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
30 Октябрь 2020, 12:25

АҒАС НИ ӨСӨН ҺЫУҘА БАТМАЙ? ӘКИӘТ

Таңсулпан ҒАРИПОВА Улар икеһе лә ҡара урманда күрше генә үҫкән ҡарт ҡарамалар ҡыуышында тыуҙы. Кес кенә саҡтарында улар бер-береһен белмәй ине. Бер мәл яҡтылыҡ һәм йылылыҡ күбәйә башлағас, сабыйҙар әкрен генә тышҡа сығып йөрөй башланы. Шунда улар берен-бере күреп ҡалды. – Һин кем ул? – тине оҙон ҡолаҡлы ҡыя ҙур күҙле йомғаҡ. – Мин ҡуян-ҡустыбай. Әсәйем миңә шулай өндәшә. Ә һин үҙең кем булаһың? – Мин – терпе-тилберкәй. Әсәйем миңә шулай әйтә. – Тышта рәхәт икән, тине ҡуян арлы-бирле һикергеләп. Әллә әсәйҙәр юҡта йөрөп киләбеҙме? – Әсәйем миңә, сығып йөрөмә, аппағым-йомшағым, йә һыуға батып ҡуйырһың, тине бит әле. – И-и-и! Әсәйҙәр ҡайтҡансы әле... – Әйҙә, алайһа!..

Китә былар. Бер саҡ урман бөтә. Алда ағарып ятҡан ниҙер күренә.
– Уй, уй! – терпе-тилберкәй артҡа сигенә. – Ошо һыуҙыр әле.
– Булһа! – алдараҡ барған ҡуян-ҡустыбай уға ишара яһай (ҡул болғай). – Кил әле, кил яҡыныраҡ!
Иҫтәрең дә китер! Теге ялтыр нәмәкәйгә ҡарайҙар ҙа улар, шаҡ ҡаталар: улар бөтөнләй бер-береһенә оҡшамаған, бигерәк ирмәк кенә икәндәр.
– Уф! Минең ... ҡолаҡтарым шундай ҙур! Аяҡтарым – оҙон, ә ҡойроғом – тоҡос!
– Эй-й-й... Мин ниндәйҙер сәнскеләр менән ҡапланғанмын. Ә аяҡтарым шундай ҡыҫҡалар, – тип иламһырай терпе-тилберкәй. – Ә әсәйем миңә, аппағым-йомшағым, тип өндәшәсе. Мин бит аҡ та, йомшаҡ та түгел.
Улар шулай иҫтәре китеп һыуҙағы шәүләләрен күҙәткән арала һыу, баҡһаң, күбәйә лә башлаған. Хәҙер алда ла, артта ла һыу.
– Һыу-һыу! Был йылға! Батабыҙ! – тип сәрелдәй ҡуян-ҡустыбай.
– Әсә-ә-әй! Әсәкә-ә-й! – тип сеңләй терпе-тилберкәй. Ләкин һуң инде: һыу уларҙы бөтөнләй ҡамап ала. Шул саҡ улар эргәһендә йөҙөп килгән бер ағас туҡтай. Башта ҡуян-ҡустыбай уның өҫтөнә һикерә, шунан терпе-тилберкәйҙе эргәһенә тартып ала.
– Ныҡ тотоноп ултырығыҙ, – ти уларға Ағас. – Юғиһә, һыуға ҡоларһығыҙ. Ә ул тәрән – батырһығыҙ.
– Ә һин үҙең ниңә батмайһың? – ти ҡуян-ҡустыбай.
– Шулай-шул, – ти терпе-тилберкәй. – Һин бит беҙҙән әллә нисә тапҡырға ҙурһың!
– Ауырһыңдыр ҙа әле, – тип өҫтәй ҡуян-ҡустыбай.
– Дөрөҫ, – ти Ағас. – Мин ҙур ҙа, ауыр ҙа. Ләкин һыу мине батырмай.
– Ни өсөн? – тип икеһе бергә ҡысҡырып ебәрә кескәйҙәр.
– Һеҙ үҙегеҙ кемдең һут-һөтөн эсеп үҫтегеҙ?
– Әсәйебеҙҙекен! – ти был ике сабый бер-береһенә ҡарашып. – Эйе, ул беҙҙе имеҙҙе.
– Ә мин, – ти Ағас, – һыу эсеп үҫтем. Минең әсәм – Һыу. Ә әсә үҙ балаларын батырмай ҙа, үлтермәй ҙә. Һеҙгә лә әсәйҙәрегеҙ йыраҡ китмәҫкә ҡушҡандыр әле?
– Ҡушҡайнылар ҙа ул, беҙ тыңламаныҡ шул, – ти терпе-тилберкәй.
– Уныһы шулай ҙа, – тип көрһөнә ҡуян-ҡустыбай. – Уның ҡарыуы – беҙ һыуҙы күрҙек. Һыуға ҡарап бер-беребеҙгә оҡшамауыбыҙҙы аңланыҡ, йәнә... ҙур һәм ауыр ағастың ни өсөн батмауын белдек.
– Эйе шул! – тип сәпәкәй итә терпе-тилберкәй. – Беҙ тағы әллә күпме нәмә белербеҙ әле! Бына, ҙур яҡты нимә беҙгә эйәреп йөҙә лә йөҙә, ул нимәкәй икән?
– Ул – Ҡояш, – ти ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәгәндән һуң ауған был Ағас. – Ул үҙе тыуҙырған барса тереклекте, барса үҫемлекте бер ҡасан да ярҙамынан ташламай. Бөтә әсәйҙәрҙең дә әсәһе – Һыу! Атаһы – Ҡояш.
– Беҙ ҡасан әсәйҙәребеҙгә барып етербеҙ икән? – ти терпе һәм ҡуян.
Ағас бер боролошта йыуан башы менән килеп төртөлә.
– Рәхмәт һиңә, Ағасҡай! – тип ергә һикерә сабыйҙар һәм һәр ҡайһыһы үҙ әсәһен эҙләргә урман эсенә инеп китә.
Читайте нас: