Ҡош әбей менән бабайҙы тыңлап ултырған да бик йәлләгән һәм уларға ярҙам итергә булған. Тиҙ генә бөтә дуҫтарына йөрөп йыр өйрәнергә ҡушҡан, хатта шишмәне лә урап үтмәгән. Уның да сылтырап йырлап ағыуын һораған.
Һәр ҡош үҙенсә тырышып-тырышып йыр өйрәнгән. Һуңынан ҡоштар йыйылышып,шишмә менән бергә ҡыҙ йәшәгән өй эргәһендәге урманға килгәндәр һәм һәр береһе үҙенсә моң , көй сығарып йырлай башлағандар. Йәмилә:” Был ниндәй яғымлы тауыш?”- , тип йүгереп сыҡҡан . Ҡараһа, сыйырсыҡ, һандуғас өҙөлөп -өҙөлөп һайрай, турғайҙар сырҡылдаша, ҡарғалар ҡарҡылдай , һайыҫҡандар шыҡырлай, тағы ла әллә күпме ҡош илаһи моң сығарып йырлайҙар икән. Ә шишмәнең сылтырап аҡҡан тауышы әллә ҡайҙа яңғырап ишетелеп тора, ти. Урман тыңлап туйғыһыҙ сихри моң менән тулған. Быны күреп ҡыҙ шатланып, көлөп ебәргән.