Башҡа ҡәләмдәр үҙҙәренә яҡын да килтермәйҙәр, һин беҙгә тиң түгел, тиҙәр икән быға. Аптырағас, хужаһы был ҡәләм аҡтығын сүп һауытына ырғытҡан.
Шунан һуң Ҡара Ҡәләм: “Их, яңылыштым, ни саҡлы аҡыллы һүҙҙәр яҙырға, ни саҡлы матур һүрәттәр яһарға булышҡан булыр инем!” – тип, үҙенең тиҫкәре үә ялҡау булыуына бик үкенгән дә ул, әммә эш уҙған булған, ти, инде.