+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
1 Ноябрь 2022, 15:50

Башҡорт орнаменты

.

Башҡорт орнаменты
Башҡорт орнаменты

Башҡорт орнаменты симметриялы һәм кешеләрҙең ысынбарлыҡты ҡабул итеүен сағылдыра. Ул үҙенең эсенә ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе йыйған: көн — төн, йәшәү — үлем, яҡтылыҡ - ҡараңғылыҡ, ир башланғысы — ҡатын-ҡыҙ башланғысы, һул — уң һ.б. Ҡапма-ҡаршы ҡуйыу бер-береһенә ҡаршы торған фигураларҙың симметрияһы ярҙамында күрһәтелә. Композицияның бер бөтөнлөгөн һаҡлар өсөн орнаменттың үҙәк элементы булдырыла.

Орнаменттың төп элементы - ҡатын-ҡыҙ фигураһы, ағас йәки символик ромб һүрәте. Ҡатын-ҡыҙ фигураһы ерҙәге бар булған нәмәнең алиһәһе образын символаштыра, ағас — тормош ағасын, ромб ♦ — һөрөнтө ер символын.

Орнамент элементтары йөкмәткегә, асыл мәғәнәһенә эйә: ҡусҡар ¥ — бөгәрләнеп торған тәкә мөгөҙө символы һәм үләндәр символы, соляр билдә ֔֕ — түңәрәк, нурҙар менән уратылған түңәрәк төрөндәге ҡояш һүрәтләнеше, йөрәккәй ♥ — ҡунаҡсыллыҡты аңлата.

Башҡорт орнаментында башҡорттар тарихының ислам диненә саҡлы осорҙағы күҙаллауҙары сағыла.

Орнамент менән кейемдәрҙең яғалары, уйымдары, ҡаптырмалары, ең һәм итәк ситтәре биҙәлгән. Орнаментлы сиктәр боҙомға бирешмәй тип иҫәпләнгән. Өй элементтары орнамент менән биҙәлһә, яуыз ендәр унда үтә алмай тип һаналған. Ҡапҡалар, тәҙрә ҡапҡастары, йөҙлөктәре, ҡыйыҡ ситтәре биҙәлгән. Орнамент формаһы, өсмөйөш һәм ромб, түңәрәк күҙҙең символик һынланышы: өсмөйөш - профилде, ромб — фасты аңлата. Өсмөйөш формаһы үҙ сиратында насар йоғонтоларҙан һаҡлау сараһы булған.

Башҡорт Википедияһынан

Башҡорт орнаменты
Башҡорт орнаменты
Башҡорт орнаменты
Башҡорт орнаменты
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: