+17 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
3 Декабрь 2021, 18:40

ВАЛСЫҠ

* * *  Борон заманда бер бай йәшәгән. Ат менән китеп барғанда икмәк ашаған. Бер валсығын ергә төшөрөп ебәргән. Быны аҡһаҡалдар күреп, байға асыуланғандар. - Икмәк - байлыҡ. Һин уны ерҙән алманың. Гонаһың бик ҙур, - тигәндәр ололар. - Ә миңә нимә эшләргә? - тип һораған бай.

ВАЛСЫҠ
ВАЛСЫҠ
 
- Бына ошо ерҙе һөр, күп итеп иген сәс, бөтә кешегә лә етһен, - тигәндәр аҡһаҡалдар. Бер валсыҡтың хаҡы бына ниндәй икән!
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: