-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
17 Октябрь 2021, 13:16

ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ

* * *  • Ағасына күрә алмаһы, атаһына күрә балаһы.• Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.• Алма ағасынан алыҫ төшмәй.• Ата – алтын һаҙаҡ, инә – алтын ҡанат.• Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе.

ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ
ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ


  Атай тапҡан малдың ҡәҙере юҡ.
  Аталы бала – арҡалы, инәле бала – иркәле.
  Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән.
  Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер.
  Атаңа ни ҡылһаң, алдыңа шул килер.
  Атаң улы ғына булма, халыҡ улы ла бул.
 Ата һөнәре – балаға мираҫ.
  Атаһы дуҫтың балаһы дуҫ.
  Атаһын күр ҙә – улына ҡыҙ бир.
  Атаһын күр ҙә, улын ҡос, әсәһен күр ҙә, ҡыҙын ҡос.
  Ата-әсә берҙәм булһа, балалары күндәм була.
  Атың барға ҡыуанма, атаң барға ҡыуан.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: