– Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
– Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
– 8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
– Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
– Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.
– 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
– Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
– Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.
– Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була.
– Октябрь – ни арба, ни сана.
– Дымлы йәй, йылы көҙ – оҙон ҡышҡа.