-11 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
28 Сентябрь 2021, 14:37

М ә ҡ ә л д ә р

• Ағасына күрә алмаһы, әсәһенә күрә балаһы.• Ағаһы барҙың һағы бар, балаһы барҙың ялы бар.• Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.• Алма ағасынан алыҫ төшмәй.• Алты көн ас булһаң да, ата ғәҙәтен ҡуйма. • Астан үлһәң дә, ата-әсәңде ташлама.• Ата – алтын һаҙаҡ, инә – алтын ҡанат.• Ата булмай атайың ҡәҙерен белмәҫһең, әсә булмай әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең.• Ата ғәйрәтле булһа, бала ғибрәтле була.• Ата ҡарғышын күк күтәрмәҫ, әсә ҡарғышын ер күтәрмәҫ.• Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе.

М ә ҡ ә л д ә р
М ә ҡ ә л д ә р


🌸  Атай тапҡан малдың ҡәҙере юҡ.
🌸  Атайым йорто һаламдыр – һарай булып күренә, ҡайным йорто ҡабыҡтыр – тамуҡ булып күренә.
🌸  Аталы бала – арҡалы, инәле бала – иркәле.
🌸  Аталы баланың ҡулы уйнағанда, атаһыҙ баланың күҙе уйнай.
🌸  Атанан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым.
🌸  Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән.
🌸  Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер.
🌸  Атаңа ни ҡылһаң, алдыңа шул килер.
🌸  Атаң улы ғына булма, халыҡ улы ла бул.
🌸  Атаң утынсы булһа, ҡулыңда балтаң булһын.
🌸  Ата үлеп, бала ҡалһа – моратына еткәне, бала үлеп, ата ҡалһа – бөкрәйеп үлеп киткәне.
🌸  Ата үлеү – арҡа һыныу, инә үлеү – бәғер итең һулыу.
🌸  Ата һөнәре – балаға мираҫ.
🌸  Ата һүҙен тотмаған, әсә һүҙе йоҡмаған – яуға сабыр ир булмаҫ.
🌸  Атаһыҙ ул аҫрама, әсәһеҙ ҡыҙ аҫрама.
🌸  Атаһы дуҫтың балаһы дуҫ.
🌸  Атаһы күрер – улы һөйләр, әсәһе күрер – ҡыҙы һөйләр.
🌸  Атаһы ҡолан атмағандың балаһы ҡуян атмаҫ.
🌸  Атаһын күр ҙә – улына ҡыҙ бир.
🌸  Атаһын күр ҙә, улын ҡос, әсәһен күр ҙә, ҡыҙын ҡос.
🌸  Атаһын үлтергәнде улы онотмаҫ, ҡойроғон киҫкәнде йылан онотмаҫ.
🌸  Атаһы тороп, улы һөйләгәндән биҙ, әсәһе тороп, ҡыҙы һөйләгәндән биҙ.
🌸  Атаһы һуҡҡан ул уңыр, әсәһе һуҡҡан ул уңмаҫ.
🌸  Ата-әсә берҙәм булһа, балалары күндәм була.
🌸  Ата-әсәгә ҡәҙер күрһәткән бала сағынан ҡәҙер күрер.
🌸  Ата-әсә йәше менән, улы-ҡыҙы эше менән.
🌸  Ата-әсә ҡәҙерен балалы булғас белерһең, ағай-эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең.
🌸  Ата-әсәнең ҡайғыһы – улда-ҡыҙҙа, улдың-ҡыҙҙың ҡайғыһы – тауҙа-ташта.
🌸  Ата-әсәнең үлгәне – баланан хурлыҡ күргәне.
🌸  Ата-әсәнән ҡасҡан – яманлыҡ менән күҙен асҡан.
🌸  Атына күрә санаһы, заманына күрә балаһы.
🌸  Атың барға ҡыуанма, атаң барға ҡыуан.
🌸  Ахырызаман килһә, атаһы тороп – улы һөйләр, әсәһе тороп – ҡыҙы һөйләр. 

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: