+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
26 Сентябрь 2021, 20:39

Бишек йыры

* * *  Уйнай-көлә көн үтте, Йоҡлар ваҡытың етте. Ҡояш та батты инде,   Көтөү ҙә ҡайтты инде.  

Бишек  йыры
Бишек йыры
 
 
Бәрәскәйҙәр ҙә күптән
Йоҡларға ятты инде.
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
 
Баш осоңда әсәйең
Һыйпай йомшаҡ сәскәйең.
Балам йоҡлап китһен тип,
Төнө тыныс үтһен тип.
 
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
 
Тышта хәҙер төн генә,
Йоҡламайһың һин генә.
Тәмле төштәр күрерһең,
Көндөҙгөләй йөрөрһөң.
 
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
 
Күҙҙәреңде йом әле,
Ни булғанын белерһең.
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: