- Биште эшләгәнсе берҙе еренә еткер.
- Алты йәшәр атҡа менһә, алтмыш йәшәр сәләм бирер.
- Башыңда аҡылың аҙ булһа, ике аяғыңа көс килер.
- Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
- Ҡыш көнө ете елән кейгәнсе бер тун кей.
- Һигеҙ ҡырлы булһаң да бер һүҙле бул.
- Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп.
- Бер ауыҙ һүҙҙең ике ауыҙ мәғәнәһе бар.
- Утыҙ теш араһынан сыҡҡан һүҙ утыҙ кешегә етә.