-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
21 Сентябрь 2021, 11:03

ЮЛ ЭЙӘҺЕ

Башҡорт мифологияһында изге йән. Ул кешеләргә ҡарт бабай образында, яңғыҙ ағас, юл буйындағы ҡош, юлда ятҡан таш, таяҡ рәүешендә күренә. Шуға башҡорттар, Юл эйәһенең асыуланыуынан ҡурҡып, юлда ятҡан ташҡа, таяҡҡа баҫырға, ярау итергә, юл ситендәге ағастың ботағын һындырырға, ҡошто ҡыуырға, сүп-сар ҡалдырырға ҡушмай.

ЮЛ ЭЙӘҺЕ
ЮЛ ЭЙӘҺЕ

Башҡорт мифологияһында изге йән. Ул кешеләргә ҡарт бабай образында, яңғыҙ ағас, юл буйындағы ҡош, юлда ятҡан таш, таяҡ рәүешендә күренә. Шуға башҡорттар, Юл эйәһенең асыуланыуынан ҡурҡып, юлда ятҡан ташҡа, таяҡҡа баҫырға, ярау итергә, юл ситендәге ағастың ботағын һындырырға, ҡошто ҡыуырға, сүп-сар ҡалдырырға ҡушмай. Башҡорттарҙың ышаныуҙарында Юл эйәһе юлда аҙашҡандарға юлды табырға булыша, юлды еңеләйтә, ен-пәрейҙәрҙән, юлбаҫарҙарҙан, башҡа төрлө дошмандарҙан һәм хәүефтәрҙән ҡурсалай. Юлсыларҙың, юлда йоҡлап киткәндә ниндәйҙер тауыш уятты, моғайын, ул Юл эйәһе тауышылыр, тип һөйләүҙәре шуға дәлил. Шуға юлға сығыр алдынан башҡорттар юл доғаһы уҡый, юл хәйере, юл саҙаҡаһы бирә. Аҡ юл һиңә! Юлың уң булһын! Изге юл һиңә! Хызыр-Ильяс юлдаш булһын! Тигәнерәк махсус теләктәр әйтелә.

Башҡорттарҙа юл менән бәйле икенсе төрлө юрау ҙа бар. Мәҫәлән, юлда йығылһаң, ҡапыл һикереп тороп, өс тапҡыр төкөрөргә һәм: “Һиңә – ауырлыҡ, миңә – еңеллек!” - тиергә. Шулай тиһәң, ен-пәрей, сир эйәләре теймәйәсәк һәм, башҡорттар әйтмешләй, сәп-сәләмәт булырһың.

Ф. Хисамитдинованың "Башҡорт мифологияһы һүҙлеге" китабынан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: