* * *
Теленән татлы бал тама.
Теле телгә йоҡмай.
Һүҙ бутҡаһы бешерә.
Хикмәтле һүҙ күп булмай.
Аҡыллы, һүҙ һөйләгәндә, башҡаларҙың ашар ашы онотолор.
Мәҡәл - һүҙ асҡысы, әйтем күңел асҡысы.
Мәҡәлле һүҙ - аҡыллы һүҙ.
Аҡыллының теле ҡылыстан үткер.
Яҡшы һүҙ һөйөндөрә, яман һүҙ көйөндөрә.
Яҡшының үҙе яҡшы, үҙенән һүҙе яҡшы.
Яҡшыла яман юҡ, мәҡәлдә ялған юҡ.
Уҡығандың теле икәү.
Уҡыған уҙыр, уҡымаған туҙыр.
Уҡый белмәһәң дә хурлыҡ, уҡып белмәһәң дә хурлыҡ.
Уҡыуҙың сиге юҡ.
Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.