+14 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Халыҡ ижады
12 Августа 2021, 05:18

ЙОЛАЛАРЫБЫҘҘЫ ОНОТМАЙЫҠ!!!

Бешеп сыҡҡан икмәкте бара килеп алһаң, икмәк: «Һабансылар, килеп алығыҙ!» — тип ҡысҡыра, ти. «Бисмиллаһи!» — тип алһаң, улай тимәй. Икмәген алғас, мейесте буш ҡалдырырға ярамай. Уға утын тултырырға, һис булмаһа, берәй тап булһа ла һалып ҡуйырға кәрәк. Юҡһа аслыҡ була, ти.

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВАЗөһрә ҮТӘҒОЛОВА
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА

   * * * Йомарт мейес.Әсә наҙы менән тартып аламИкмәгемде мейестән.Бушап ҡалғас,утын һалып ҡуям,Үпкәләтеү килешмәҫ.Ял итеп тор әле, мейескәйем,Тағы һалырмын икмәк.Ҡосаҡ тулы балаларыңдыҠулға алырмын ипләп.Йылыларыңды йәлләмәгәнһең,Өләшкәнһең тип-тигеҙ.Изге уйҙар ғына ҡушып баҫтым,Ауыҙ итеп китегеҙ.

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.

“Йола фольклоры”, I том, 274-се бит.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас