-1 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Халыҡ ижады
10 Августа 2021, 05:13

Ата-бабаларыбыҙ...

* * *  Элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәйен малын йәйләүгә ҡыуған. Ҡылғанлы далаларҙа өйөр-өйөр йылҡы малы көткәндәр. Хуш еҫле үләнле ҡырҙарҙа көтөү-көтөү һарыҡ йөрөгән.

Ата-бабаларыбыҙ...Ата-бабаларыбыҙ...
Ата-бабаларыбыҙ...
 
Мул һыулы йылға буйына тирмәләр ҡорғандар. Ҡаҙан аҫҡандар. Усаҡ яғып, тәмле йылҡы ите, ҡаҙы, тултырма бешергәндәр.
Кисен ололар ҡурай тартҡан, йыр йырлаған. Йәштәр ҡумыҙҙа уйнаған,  уйын ҡорған.
Табынға шифалы эсемлек - ҡымыҙ бирелгән. Борҡоп ҡайнап ултырған самауыр тирәләй ултырып, сәскә балы менән сәй эскәндәр.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас