-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
10 Апрель 2021, 12:53

ҠУСТЫМА ИСЕМ ҠУШЫУ. ХИКӘЙӘ. Нәсимә ҒАЙСИНА.

ЙОЛАЛАЛАРЫБЫҘ.Бөгөн Гөлсәриәне өләсәһе иртәрәк уятты:– Ҡыҙым, бөгөн ҡустыңа исем ҡысҡыртабыҙ, тор инде. Искәнйәр олатайың килгәндә йоҡлап ятһаң, оят булыр. Хәҙер һин апайһың.– Өләсәй, нисек исем ҡысҡырталар? – тип урынынан тороп, кейенә башланы Гөлсәриә.– Бөгөн күрерһең, ҡыҙым. Исем ҡысҡыртыу йолаһы борон-борондан килә.

– Миңә лә исем ҡысҡырттығыҙмы, өләсәй?
– Эйе. Был йола – бәпес тыуған өйҙә күркәм байрам.
Бәпестең мыжыуы ла бөтә, ти, өләсәһе. Гөлсәриә ҡустыһы еңмеш була ҡалһа, өйрәтеп алырмын әле, тип уйлағайны. Ҙурайғас, урамға уйнарға алып сыҡһа, мыжып, оятҡа ҡалдырып бөтөр тип. Күрше Нәзиләнең ҡустыһы тып-тыныс.
Гөлсәриә өләсәһенә ярҙамлашып, ҡустыһының кейемдәрен үтекләне.
– Барыһы ла яңы булырға тейеш, – ти өләсәһе.
Гөлсәриә лә, ҡунаҡ килер булғас, матур күлдәген кейеп алды.
Сәсен икегә бүлеп, толомона сулпы ҡушып үреп тә ҡуйғас, күңеле күтәрелеп китте. Ә өләсәһе ҡунаҡҡа кейә торған тәңкәле камзулын, шау биҙәкле, эре сәскәле кешәмир яулығын яҙып ябынып алды. Өй эсе балҡып киткәндәй булды. Аш-һыу бүлмәһендә, тәмле еҫтәр сығарып, әсәһе байрам табыны әҙерләй. Күрше Бибикамал инәйҙе лә саҡырҙылар. Ул, буш ҡул менән килергә ярамай тип, сейәле май тотоп килгән. Ҡустыһына мамыҡ ойоҡбаш, әсәһенә алъяпҡыс, ә Гөлсәриәгә алһыу таҫма алған.
Искәнйәр олатай көттөрмәне, иртәсел икән. Ишектән килеп инеү менән һаулыҡ һорашты. Түргә үтергә ашыҡманы, ни хәлдә йәшәүҙәрен, яңы тыуған бәпес, мал-тыуар тураһында һорашып, именлек-һаулыҡ теләне. Һәр беребеҙ менән ҡушҡуллап күрешеп сыҡты.
Әсәһе ҡул йыуыр өсөн, баҡыр ҡомғанға йылы һыу ҡойоп, еҙ табаҡты, алдан уҡ әҙерләп ҡуйған. Барыбыҙҙың да ҡулын йыуҙырҙы. Сигеү һалынған, остары сәскәле ап-аҡ таҫтамалға ҡулдарыбыҙҙы һөрттөрҙө. Артабан Искәнйәр олатай, ипле генә баҫып, тупһа аша уҡына - уҡына төпкө бүлмәгә уҙҙы. Әсәһе ҡустыһын сәңгелдәгенән алып өҫтәлгә һалды.
– Исеме Иштуған була, – тине атаһы.
– Атаһына иш булыр, – тип өләсәһе лә хупланы. – Иштуғановтар заты ишәйеп китһен!
Өләсәһе Гөлсәриәнең башына аҡ яулыҡ бәйләп янына ултыртты.
Олатай аяғүрә баҫып, ҡустыһына ҡарап исем ҡысҡырыу доғаһын уҡый башланы. Өй эсенә талғын, матур моң ағылды. Гөлсәриә лә, әсәһе лә, өләсәһе лә, Бибикамал инәй ҙә тын ғына тыңлап ултырҙылар.
Олатаһы ҡустыһына эйелеп:
– Иштуған була исемең, – тип ҡат-ҡат әйтеп ҡуйҙы.
Йоҡлап ятҡан ҡустыһы ишетТеме икән, тип уйлап ҡуйҙы Гөлсәриә.
Доға тамамланғас, өләсәһе барыһына ла хәйер таратты. Искәнйәр олатайға күлдәк бирҙе. Гөлсәриәгә – алҡа, әсәһенә – йәшел биҙәкле яулыҡ. Бибикамал инәйгә әсәһе ырғаҡ менән бәйләнгән яулыҡ бирҙе. Инәй бүләкте бик оҡшатты, яурынына һалып алды. «Рәхәмәт, килен, ҡулдарың һыҙламаһын!» – тине.
Артабан әсәһенең бешергән ризыҡтарын маҡтай-маҡтай сәй эстеләр. Ололар Иштуған олатай тураһында эшлекле, оҫта ҡуллы, тирә-яҡҡа билдәле балта оҫтаһы булған, тип һөйләнеләр. Атаһын да алтын ҡуллы, тиҙәр. Иштуған ҡустыһы ла уларға оҡшай инде, тип уйлап, ҡыуанып
ҡуйҙы Гөлсәриә. Бына ниндәй ҡустыһы буласаҡ уның! Ҡыуанысын яҡын дуҫы Нәзиләгә лә һөйләр әле.
Табындан һуң килгән ҡунаҡтар өйгә бәрәкәт, тыныслыҡ, һаулыҡ теләп, доға ҡылдылар.
Гөлсәриәгә исем ҡысҡыртыу йолаһы бик оҡшаны.
Читайте нас: