+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
28 Февраль 2021, 13:05

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ

БАЛ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛ-ӘЙТЕМДӘРБал татлы, балдан бала татлы.Бал тамсылап йыйылыр.Ҡулы белгән бал ашар.Бал бармаҡ тешләтер.Бал себенде, яҡшы һүҙ әҙәмде эйәләштерә.Балдың тәмен айыу белә.Барҙан бал тамыр.

Йоҡо балдан татлы.
Туйғас, бал да әсе була.
Ҡорт саҡмайынса бал булмай.
Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар.
Бал ҡортоноң телен балсы белер.
Читайте нас: