+24 °С
Облачно
VK
Халыҡ ижады
15 Февраля 2021, 06:20

МӘҠӘЛДӘР

Ҡарға килде — ҡаҙан аҫты,Һайыҫҡан килде — һалма һалды,Беснәк килде — бешерҙе,Бүҙәнә килде – бүлеп бирҙе,Турғай килде — төшөрҙө.

Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ. Белмәгәндең беләге тыныс. Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү - ғәйеп Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр. Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә.
Читайте нас