+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
11 Февраль 2021, 15:35

ҠОРОТ ӘҮӘЛӘҮ

Мин үҙем ҙур ғаиләлә тыуып үҫтем. Атай менән әсәй күп итеп мал үрсетерҙәр, ҡош-ҡорт көтөрҙәр ине, беҙ уларға, әлбиттә, ярҙам итер инек. һалҡын ҡыштарын берәйебеҙ ауырып китһә, әсәйебеҙ тәмле итеп һурпа ҡайнатып, һурпаға күп итеп ҡорот һәм борос һалып эсерер ине.

Нисә йылдар үтте, мин инде үҙем дүрт бала әсәҺе, ә әсәйемдең дауалы һурпаһын онотманым. Балаларым да ҡороттоң бик шифалы икәнен яҡшы белә. Һәм, әлбиттә, уҙемдең кескәйҙәрҙе лә ошо "тылсымлы" ризыҡ менән таныштырып китеүем - минең бурысым тип һанайым.
Шулай итеп, беҙ Әмин ауылы "Гөлкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән күрше балалар баҡсаһының тәрбиәсе апайҙарын ҡунаҡҡа саҡырып, ихлас итеп “Ҡорот әүәләү" дәресен үткәреп ебәрҙек.
Башҡорт халҡы борондан алып ҡоротто һалҡын тейгәндә тирләткес дауа итеп иҙеп эскән, эс китеүҙе баҫыу, күңел болғанғанда, йөрәк тулҡынғанда ла, хатта организмда булған паразиттарҙы ла ҡыуып сығарыр өсөн ҡорот ашағандар. Ҡорот унан тыш төрлө фермент-микроэлементтарға бай, мәҫәлән, иң файҙалы витаминдарҙың береһе С витамины ла ҡоротта етерлек. Был тәмлекәсте һаҡлауы ла уңайлы: кемдер ҡоротто пластик һауыттарға шыйыҡ көйөнсә ҡойоп, кемдер туңдырып, ә кемдер беҙҙең һымаҡ әүәләп киптереп, йә инде туңдырып һаҡлай.
Шулай итеп балалар ҡоротто ҡайҙан алалар, нисек итеп ҡайнаталар, нимә ул һапырыу, һәм аҡ моҡсай нимә өсөн кәрәк икәнлеген хәҙер бик якшы беләләр. Бәләкәй генә ҡулдары менән матур итеп ҡоротто әүәләп, апайҙарға дәртле итеп концерт күрһәтеп, тәмлекәстәр менән сәй эсеп, ҡунаҡтарҙы оҙатып та ҡуйҙылар!
Ә мин инде үҙемдең исемдән бәләкәстәремә рәхмәт әйтеп, килгән ҡунаҡтарға рәхмәттәребеҙҙе еткереп, тағы ла көтөп ҡалам!
Читайте нас: