+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
11 Февраль 2021, 22:35

ФРАЗЕОЛОГИЗМДАР

Килеп сығышы буйынса фразеологизмдар башҡорт телендә электән булған. Башҡорт фразеологизмдарының күп өлөшө тамырҙары менән дөйөм төрки ҡатламға барып тоташа. Йәнле һөйләү телмәре һәм фольклор төрлө милли телдәрҙең, шулай уҡ иҫке башҡорт теленең, фразеологияһы барлыҡҡа килеүенең төп сығанағы булып тора.

Ағас атҡа атландырыу. Алдау, бик ныҡ һемәйтеү
Синонимдары: кәкре ҡайынға терәтеү, ҡаҡ боҙға ултыртыу, төп башына ултыртыу, төпһөҙ санаға ултыртыу, тишек кәмәгә ултыртыу.
Аҡылға бер төрлө. Фекер йөрөтөү һәләте башҡаларҙан ҡайтышыраҡ; етешмәгән.
Синонимдары: аҡыл өләшкәндә өйҙә булмаған, аҡыл өләшкәндә мейес башында ятҡан, бер шөрөбө етешмәй, ботона бер ҡаҙаҡ тулмаған, ҡырҡҡа берәү тулмаған, тилебәрән орлоғо ашаған, туҡһан туғыҙлы, утыҙ туғыҙлы.
Арбаһына ултырыу. Берәй кешенең һүҙенән сыға алмау, уныңса ғына эшләү.
Синонимдары: йырын йырлау, көйөн көйләү, ҡурайына бейеү
Бер бите ай, бер бите ҡояш. Бик матур (ҡатын-ҡыҙға ҡарата)
Синонимдары: ҡарап (һоҡланып, күреп) туйғыһыҙ, йәйәү кеше ятып ҡарарлыҡ, атлы кеше төшөп ҡарарлыҡ, бер ҡалаҡ һыуға һалып йоторлоҡ, ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ, еләк кеүек.
Бер ҡулы майҙа, икенсеһе балда. Байлыҡҡа сумып, муллыҡ эсендә йәшәү.
Синонимдары: май эсендәге бөйөр кеүек.
Бүре башын ашарҙай булыу. Ныҡ асығыу.
Синонимдары: ҡарын асыу, ҡорһаҡ асыу, билбау аҫты бушау, эстә ас бүреләр олоу.
Бүркен тышлау. Ныҡ ҡына туҡмау, дөмбәҫләү.
Синонимдары: кәрәген биреү, тетмәһен тетеү, иҙмәһен иҙеү, ҡабырғаһын һанау.
Ете ҡат ер аҫты. Бик алыҫ урын; әҙәм аяғы баҫмаған ер.
Синонимдары: ете диңгеҙ аръяғы, Ҡаф тау арты, йәһәннәм тишеге, ер сиге, ер аяғы, ер башы.
Нужа ҡаласын әҙ ашаған. Донъяны күреп белмәй әле, этлекте аҙ күргән, аҙ татыған.
Ике кәмә ҡойроған бер юлы тоторға тырышыу. Ике эште бер юлы башҡарырға маташыу.
Синонимы: ике ҡуян артынан ҡыуыу.
Ике йөҙлө. Бер нәмә һөйләп, икенсене эшләй торған; мәкерле, алдаҡсы.
Ике донъя – бер мөрйә. Үтә ғәмһеҙ, бер нәмәгә лә иҫе китмәгән кешегә ҡарата әйтелә.
Синонимдары: үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын; ике ярты – бер керәндил, беште ни ҙә, төштө ни.
Ике ҡарбуз бер ҡултыҡҡа һыймау. Ике эште бер юлы эшләй алмау.
Күҙгә сүп һалыу. Кешенең эшенә ҡамасау яһау.
Синонимдары: тәгәрмәскә таяҡ тығыу.
Шыр ебәреү. Ныҡ ҡурҡыу, шөрләү.
Синонимдары: ҡот осоу.
Өрөп ҡабыу. Һаҡлыҡ менән эш итеү, эш-тормошта, ҡылыҡта һаҡлыҡ күрһәтеү.
Ҡаш менән күҙ араһында Бик тиҙ генә, ул-был иткәнсе
Синонимдары: һә тигәнсе, күҙ асып йомғансы.
Көҙгө әтәс. Хәл-әхүәленә, көсөнә ҡарамай үҙенән көслөрәктәр менән алышып, көрәшеп маташҡан кешегә әйтәләр.
Читайте нас: