+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
2 Февраль 2021, 11:05

ӘСӘЙЕМДӘН ИШЕТКӘНДӘР МЕНӘН БҮЛЕШӘМ...

Фәрзәнә УТАРБАЕВА, режиссер, йәш әсәй:Әсәйемдән йыш ҡына фәһемле, ҡыҙыҡлы мәҡәлдәр, һүҙҙәр ишетәм. Ҡайһылай дөрөҫ һәм урынлы, тип уйлап ҡуям. Әсә һәм бала тураһында ишеткәндәрем менән бүлешеп үткем килә:

Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала.
Был минең яратҡан мәҡәлдәремдең береһе. Үҙемдең дебют фильмым "Ҡырағай"ҙың слоганы итеп алдым уны, әллә киреһенсә ошо мәҡәлдән дә идея тыуҙы инде... Ҡайһылай дөрөҫ әйтелгән һуң! Фильмды ҡарағыҙ...
Әсәнең йөрәге ҡул осонда.
Үҙем әсәй булғас ҡына быны аңланым. Ысынлап та, ҡайһы ваҡыт йөрәк күкрәктән атылып сығырҙай, ҡулдан һикереп төшөрҙәй... Был тойғоларҙы үҙеңдең балаң булғас ҡына тулыһынса аңлайһың икән...
Терпе ла балаһын "йомшағым" тип ярата.
Быныһы инде кешеләрҙә насарлыҡ эҙләмәҫкә, сағыштырмаҫҡа өйрәтә.
Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта.
Кемде нығыраҡ яратаһың, тип һораған һайын ошоно ишетә инек.
Ул да бит берәүҙең ҡәҙерле балаһы.
Быныһы инде кешеләрҙе рәнйетмәҫкә, ғәфү итергә өйрәтә. Ысынлап та, ошо күҙлектән ҡараһаң, ниндәй насар кеше булмаһын, ниндәй йәштә булмаһын, уға мөнәсәбәт, нисектер, үҙгәрә. Ул бит шулай уҡ кемдеңдер ғәзиз балаһы, кемдер уға доғалар ҡылып ултыра, иркәләтеп үҫтергән, кеше иткән... Уны нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәтә.
Шулай, дуҫтар. Әһеҙ әсәй һәм бала тураһында ниндәй мәҡәл-әйтемдәр беләһегеҙ?
Читайте нас: