+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
27 Ноябрь 2020, 13:53

ҠАҘ ӨМӘҺЕ

Ә һеҙҙең яҡта ҡаҙ өмәләре нисек үтә?

Ауылдарҙа ҡар яуып, һыуытыу менән шаулап-гөрләп ҡаҙ өмәләре уҙа.
Ҡаҙҙарҙың мамығын йолҡорға ярҙам итеүҙән тыш аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу байрамы ла ул.
Өмәгә етеҙ, эшкә әрһеҙ ҡатын-ҡыҙ саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә.
Ҡаҙҙы йә һыуҙа бешекләп, йә быуҙа тотоп, йә үтек менән эҫеләп йолҡалар. Шунан эсен таҙартып, көйәнтәгә парлап аҫып,
һыу буйына, мәкегә сайҡарға алып төшәләр. Балалар ҙа ситтә ҡалмай был өмәнән. Һыуға барғанда «Ҡаҙ юлы» йолаһы үткәрелә: улар юлға ҡаҙ ҡаурыйын ташлай, оло апайҙар киләсәктә мул үрсем юрай,
киләһе йылда ла ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләй. Ҡайтыуҙарына хужабикә ҡаҙ майында икмәк бешереп,
тәмле ҡоймағын ҡойоп, сәй әҙерләп көтөп тора.
Кисен байрам ашына тағы хужалар өйөндә йыйыла.
Читайте нас: