+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
10 Ноябрь 2020, 11:10

Быуындар бәйләнеше - өләсәй һабаҡтарында

Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән 2-се класс уҡыусыһы Амалия Сәйетғалина хәҙер орсоҡтоң, ҡолғаның нимә икәнен яҡшы белә. Хатта йөн иләп тә ҡараған. Үҫкәсерәк носки, бейәләй бәйләргә өйрәнгеһе, өләсәһенә ярҙам иткеһе килә.

Элек әсәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ оҙон ҡыштарҙа йөн иләп, йөн носкиҙар бәйләрҙәр, бәйләмдәрен тотоп, бер-береһенә кис ултырырға йөрөрҙәр ине. Хәҙер шул ғәҙәт бөтөп бара. Йылы йөн носкиҙарҙың кәрәге бөтөп бара шикелле. Ҡыштар ҙа элеккегә ҡарағанда күпкә йылыраҡ бит хәҙер. Һарыҡ тотоусылар ҙа һирәгәйә. Бәйләп һатыуға сығарыусылар күбәйә. Күҙ бөтөрөп ултырғансы, ти ҙә кеше, һатып ҡына ала. Шуның өсөн хәҙерге бала-саға йөн иләүҙең нимә икәнен дә белмәй үҫә.
Ә бына Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән 2-се класс уҡыусыһы Амалия Сәйетғалина хәҙер орсоҡтоң, ҡолғаның нимә икәнен яҡшы белә. Хатта йөн иләп тә ҡараған. Үҫкәсерәк носки, бейәләй бәйләргә өйрәнгеһе, өләсәһенә ярҙам иткеһе килә.
Өләсәһе менән олатаһы Учалы районы Ҡобағош ауылында йәшәй. "Каникул ваҡыттарында, ялдарға ҡайтҡандарында ейән-ейәнсәрҙәремә шулай башҡорт рухын һеңдерергә тырышам, - ти ул. Ҡоймаҡ ҡойһонмо, милли ризыҡтар әҙерләһенме, сәскә-гөлдәрен ҡараһынмы, Амалия гел янында йөрөй, ярҙам итә, үҙе лә өйрәнә. Шул арала өләсәһе менән йомағын да ҡоялар, шиғырҙар ҙа ятлайҙар. Малайҙар иһә тышта олаталары янында урала. Бесән ваҡытында ла, башҡа эштәр менән булғанда ла, күреп-белеп үҫһендәр, тип балаларҙы гел үҙҙәре менән йөрөтәләр.
Читайте нас: