-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Март 2023, 12:23

Шиғыр яҙған, шиғыр яратҡан балаларҙың күңеле күркәм була

Дәүләкәндә мәктәп уҡыусылары араһында шиғриәт конкурсы уҙҙы. 

Шиғыр яҙған, шиғыр яратҡан балаларҙың күңеле күркәм була
Шиғыр яҙған, шиғыр яратҡан балаларҙың күңеле күркәм була

Ул Рәсәй буйынса иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына ла, Башҡортостандағы Кесе Ватан өсөн файҙалы ғәмәлдәр йылына ла арналды. Ойоштороусылары — Әхиәр Хәкимов музейы. Директоры Марсель Ғәлимов белдереүенсә, был конкурс беренсе тапҡыр уҙғарыла.

Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ул киң ҡоласлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә — ҡатнашыусылар Дәүләкән районының төрлө ауылдарынан йыйылған, йәштәре лә төрлөсә: башланғыс класс уҡыусылары ла, өлкән кластар ҙа бар. Йәмғеһе 31 бала өс йүнәлештә ҡәләмдәрен һынаны: башҡорт, рус һәм сыуаш телдәрендә ижад итеүселәр.

Балалар шиғырҙарын тыуған ергә, әсәйҙәренә, тәбиғәт күренештәренә арнаған. Нәфис һүҙҙән тыш, уҡыусылар конкурсҡа әкиәт, хикәйә, иншаларын да тәҡдим итте. Һәр береһе ижади эшен сәхнәгә тасуири итеп уҡып, ятлап күрһәтте. Уларҙы һүҙ сәнғәте өлкәһендә тәжрибәһе булған баһалама ағзалары баһаланы.

Сараның тағы ла бер йәмле өлөшө: балалар менән тура бәйләнешкә яҡташтары, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың туғаны Ринат Исхаҡовтың сығыуы ине. Әлеге көндә Мәскәүҙә көн күргән яҙыусының ҡустыһы үҙе лә ижади кеше: ул изге теләктәрен юлланы, үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Баһалама ағзалары урындарҙы билдәләгәнсе, шиғри һүҙҙәре менән урындағы ижадсыларҙы туплаған "Дим" әҙәби берекмә майҙан тотто. Улар шулай уҡ сараға мәртәбәле ҡунаҡ булараҡ саҡырылған күренекле балалар яҙыусыһы, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсинаның бер туған апаһы Рәйсә Миниәхмәтованы сәләмләне.

Бер төркөм балалар "актерлыҡ һәләте", "тасуири һөйләгәне өсөн", "иң һөйкөмлө ҡатнашыусы" һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде. "Аҡбуҙат" журналының махсус бүләгенә Ҡаҙанғол ауылынан 3-сө класс уҡыусыһы Рушан Төхвәтуллин лайыҡ булды. Ул шиғырын яҙға арнаған.
— Яҙ еткәс, шиғыр үҙенән үҙе тыуҙы, - ти ул.

Башҡорт төркөмө араһында 1-се урынға өлкән класс уҡыусыһы Гөлнара Хозинова лайыҡ булды.
Рус төркөмө араһынан Яна Судницынаға етеүселәр булмаһа, сыуаш төркөмө араһында Максим Ларионов 1-се урын яуланы.

Конкурс һуңында "Дим" әҙәби берекмәһенән шағирә Минзәлә Хәлилова балалар араһында ла ижади берекмә тергеҙелеүен хәбәр итте. "Шишмәкәй" тип аталған ойошмаға Гөлүзә Әхмәҙиева етәкселек итәсәк. Беҙ Гөлүзәне балалар өсөн шиғырҙар ижад итеүсе булараҡ беләбеҙ.

Шиғриәт конкурсында, яңынан тергеҙелгән "Шишмәкәй" балалар ижади берекмәһендә ҡанат нығытҡан балаларҙың ҡайһы берҙәре киләсәктә тормош юлын әҙәбиәт менән бәйләр. Башҡа тарафтан юл алғандар ҙа был йәмле, фәһемле осрашыуҙы яҡты хәтирә итеп йөрәгендә һаҡлар. Бына ниндәй осоштарға, асыштарға илһамландыра был сара.

Автор:Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: