+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
27 Апрель 2022, 12:40

Һаҡ булығыҙ: талпан!

Йәмле яҙҙың ҡояшлы, илерткес көндәре етhә, күптәрҙә йәнләнеп килгән тәбиғәт менән аралашыу, урман-ҡырҙарҙың иҫерткес еҫен татыу теләге уяна. Ләкин яҙғыһын һәм йәй башында урманға сығыу хәүеф тыуҙыра, сөнки тәбиғәт менән бергә талпандар ҙа уяна. Ә был бөжәктәрҙең тешләүе кешене ҡурҡыныс сиргә – талпан энцефалитына дусар итеүе ихтимал. Ер шарында дөйөм йылыныу процесы барғанда, ҡыштарҙың сағыштырмаса йылы үтеүе уларҙың ишәйеүенә өҫтәмә шарттар тыуҙыра һәм, шул сәбәпле, талпандарҙың һаны йылдан-йыл арта.

Һаҡ булығыҙ: талпан!
Һаҡ булығыҙ: талпан!


НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?

Талпан бер ҡасан да кешегә шундуҡ барып ҡаҙалмай. Ярты сәғәттән алып бер нисә сәғәткәсә ул үҙенә ҡулайлы, йомшаҡ урынды эҙләй. Был ваҡытта уны асыҡлауы ла еңел. Иғтибарлы булғанда, тән буйлап хәрәкәт иткән талпандың ҡыбырлауын асыҡ тойорға мөмкин. Талпандар булған ерҙә йөрөгәндә иң яҡшыһы – бер нисә сәғәт һайын тәнде тикшереп тороу, бигерәк тә ҡултыҡ аҫтарын, янбаштарҙы, муйын тирәһен ентекләп ҡарау ҡамасауламаҫ. Талпандарҙың йәтеш урынды оҙаҡ эҙләүен иҫәпкә алғанда, был сара бик һөҙөмтәле ул. Бер нисә hаҡланыу сараhына туҡталайыҡ.
1. Был осорҙа ҡыуаҡтар (ҡурай еләге, ерек, сәтләүек һ.б.) араһында артыҡ күп йөрөргә кәңәш ителмәй.
2. Урман юлдары буйлап барғанда ағас ботаҡтарын һындырмағыҙ, һелкетмәгеҙ. Былай үҙегеҙгә тағы ла күберәк талпанды төшөрөүегеҙ бар.
3. Аяҡ-ҡулдар, муйынығыҙ тәңгәлен, башығыҙҙы ентекләп ҡаплағыҙ.
4. Урманға сәйәхәттән һуң өйгә ҡайтҡас, мотлаҡ өҫ һәм эске кейемдәрегеҙҙе ҡапшап, тикшереп сығығыҙ.
5. Тәнегеҙҙе ҡарағыҙ.
6. Сәсегеҙҙе ваҡ тешле тараҡ менән тарағыҙ. Әгәр талпан тапһағыҙ, уны утҡа яғырға кәрәк. Талпандар шул тиклем йәшәүсән, уларҙы хатта иҙеп тә үлтереп булмай.

ЭНЦЕФАЛИТ БИЛДӘЛӘРЕ

Бөтә талпандар ҙа энцефалит менән зарарланмаған, шуға ла тәнгә ҡаҙалғанын күреү менән хафаланырға ашыҡмағыҙ, бәлки, һау бөжәктер. Әммә уны тартып алғандан һуң дауаханаға мотлаҡ тикшереүгә алып барырға кәрәк.
Талпан энцефалитын эләктергәндә, сир үҙен 1 – 3 аҙна үтеү менән ҡапыл һиҙҙерә. Тән ҡалтырана, температура 38 – 39 градусҡаса күтәрелә, баш сатнап ауырта, хәлһеҙлек, тән ауыртыуы һиҙелә, уҡшыта. Сирленең йөҙө һәм күҙҙәре ҡыҙара. 3 – 5 көн сирләгәндән һуң, уның нервы системаһы ҡаҡшай: ҡалтыраныу, һаташыу башлана, хәрәкәттәр боҙола. Бәләкәй генә бөжәктең ҡаҙалыуынан кешенең ғәрип булып ҡалыуы, хатта һәләк булыуы ла мөмкин. Шуға ла талпан энцефалиты менән сирләүсе кеше тиҙ арала дауаханаға оҙатылырға тейеш.

ӘГӘР ТАЛПАН ҠАҘАЛҺА...

1. Тәнгә ҡаҙалған талпанды шундуҡ тартҡыларға, өҙгөләргә ярамай. Сөнки артыҡ көс ҡулланыуҙың эште ҡатмарлаштырыуы ихтимал. Әгәр бөжәктең башы, томшоғо өҙөлөп ҡалһа (ә талпан кәүҙәһеҙ ҙә йәшәй ала), уны сығарыуы тағы ла ҡыйынлашасаҡ.
2. Талпанды тәндән алыу өсөн уны башта үҫемлек йәки камфора майы менән буярға кәрәк. Һауа етмәүҙән бөжәк әкренләп хәлһеҙләнә, шунан уны, ян-яҡҡа һелкеп-һелкеп, 10 – 15 минут дауамында тартып сығарырға мөмкин.
3. Тешләнгән урынды зеленка йәки йод менән эшкәртергә кәрәк.
4. Әгәр талпандың бер өлөшө тире ҡатламында тороп ҡалһа, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур, сөнки бөжәк тәндән тулыһынса сығырға тейеш. Бындай мөмкинлек булмаһа, стерилләнгән энә йәки башҡа осло әйбер менән өҙөлөп ҡалған өлөшөн соҡоп сығарығыҙ.
Талпан тешләгәндән һуң төрлө инфекцияларҙың таралыуын иҫкәртеүсе махсус препараттарҙы ла (иммуноглобулин) ҡулланырға мөмкин. Ампулаларҙа сығарылған был препараттарҙы сәйәхәткә лә, дачаға ла алырға була.
5. Энцефалит сире ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, уны дауалауы ла шул тиклем еңелерәк. Шуға ла тәнгә ҡаҙалған талпанды алғандан һуң, ташларға ашыҡмағыҙ, дауахананың инфекция бүлегенә тапшырығыҙ. Унда талпанды тикшереп, зарарлымы-түгелме икәнен билдәләйәсәктәр һәм кәрәкле сара күрәсәктәр.

(Интернеттан)
 
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: