+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
24 Сентябрь 2021, 16:14

Айгөл УРАҘБАЕВА

Тын юлдарына гимнастика1. “Түтәлдә”- ҡулдарҙы ҡабырғалар аҫтына ҡуябыҙ, тын алабыҙ һәм ҡорһаҡҡа һауа тултырабыҙ, йәнәһе ҙур ҡабаҡ(3-кә тиклем һанағансы). Тынды сығарабыҙ – ҡорһаҡты эскә тартабыҙ (соҡор эшләп).2.«Йәшелсәләрҙең һөйләшеүе» - помидор исеменән ижектәрҙе маҡтанып әйтеү, ҡыяр исеменән үпкәләп әйтеү. Помидор ҡыяр алдында ҡыҙыл, ҙур булыуына маҡтанып әйтә: “ПА – ПУ, ПЫ – ПА!” Ҡыяр: «ПЫ-БЫ, ПО-БО». Кабачок баклажанға әйтә: «ТО-ТЫ-ТУ»

Айгөл УРАҘБАЕВА
Айгөл УРАҘБАЕВА


3.«Эҫе сәй» - ҡулдарыбыҙҙа сынаяҡ менән эҫе сәй, уны өрөп һыуытып эсәбеҙ. 4.«Тәмле еҫтәр» - беҙ аш бүлмәһендә тәмле еҫтәрҙе ләззәтләнеп еҫкәйбеҙ. 5. “Йәшелсәне таны” – тәрилкәгә балаға таныш йәшелсәләрҙе һалырға, баланың күҙҙәрен бәйләргә. Танау менән әкрен генә тын алырға, тынды ауыҙҙан сығарырға. Һауаны сығарғанда йәшелсәнең исемен әйтергә була.

Тын алырға, тынды сығарғанда ҡабаланмай йәшелсәләрҙе әйтергә: “Картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр – былар йәшелсәләр”

6. “Көнкүреш әйберҙәре”- көнкүреш әйберҙәренең тауыштарын әйтергә: һыуытҡыс, саң һурҙырғыс, кер йыуыу машинаһы һ.б. : « Дж-дж-дж-дж-дж. Дз-дз-дз-дз-дз. Хла-хло-хлу. Вжи-вжа-вже»

(Айгөл УРАЗБАЕВА)

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: