+26 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
5 Сентябрь 2021, 11:44

Һутты белеп эсәйек

Һауытта «100 процентлы һут» йәки «Натураль һут» тип яҙылған икән, тимәк, ул тергеҙелгән продукт (киптерелгән емеш-еләккә һыу ҡушып эшләнгән)

Һутты белеп эсәйек
Һутты белеп эсәйек

Организмға 15 минерал һәм 14 витамин кәрәк, ә һуттарҙа был матдәләрҙең 13-ө һәм 11-е бар.
Белгестәр сәләмәтлеккә зыян килтермәҫ өсөн көнөнә 200-300 мл һут эсергә була, тип белдергән. Ҡағыҙ һәм пластик һауыттағылары бик үк тәбиғи түгел. Уларҙа тәм һәм еҫ көсәйткестәр бар.
Һауытта «100 процентлы һут» йәки «Натураль һут» тип яҙылған икән, тимәк, ул тергеҙелгән продукт (киптерелгән емеш-еләккә һыу ҡушып эшләнгән). «Прямой отжим» тигән яҙылғанын алырға кәңәш ителә. «Нектар» тигәне һуты һығып алынған емеш ҡалдыҡтарынан һыуҙа тотоп алынған.
Дарыуҙы һут менән эсергә ярамай. Шулай уҡ грейпфрукт һутын да төрлө дарыуҙар менән ҡушып эсеү ҡурҡыныс һанала.
Кешегә көнөнә яңы ғына һығылған 200-300 мл һут етә. Ябығырға теләгәндәргә, мәҫәлән, һут эсеү кәңәш ителмәй, сөнки шәкәре күп, шулай ук фруктоза ла бар. Һөҙөмтәлә бауырҙың ҙурайыуы ихтимал.
Үҫмерҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә әҙер һуттарҙы яратып эсә. Әммә еләк-емеш мул саҡта уларҙы үҙең әҙерләп эсеү организм өсөн күберәк файҙа килтерә.
Йәшелсә һәм емеш һуттарының күбеһе шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Дауаланыу өсөн һуттарҙың яңы яһалғаны ғына файҙаланыла. Эсемлекте көнөнә 2-3 тапҡыр ашар алдынан эсергә кәрәк. Артыҡ баллы һәм әсе һуттарға һыу ҡушыла.


► Петрушка һуты күреү һәләтен яҡшырта, бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуҙырта.
► Ҡыяр, ҡарбуздыҡы организмдағы ҡом-ташты йыуҙырта.
► Кишер һуты организмды лайланан таҙарта.
► Сөгөлдөр һуты ҡан составын яҡшырта.
► Сөгөлдөр менән кишер һуты ҡатнашмаһы организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, күреү һәләтен яҡшырта, бауырҙы таҙарта.
► Йәшел борос һуты составында кремний бар. Ул йыуан эсәк шешкәндә, эсәктәр йәбешкәндә (спазм) файҙалы. Тәнендә төрлө пигмент таптары булғандарға ла был һутты эсеү килешә.
► Ҡуҙғалаҡтыҡында магний, фосфор, көкөрт, кремний күп. Шуға ла тотош организмға ыңғай йоғонто яһай.
► Лимон һуты бауырҙы таҙарта, организмдан зарарлы тоҙҙарҙы сығара.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: