+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
10 Август 2021, 13:38

Ялан аяҡ йөрөгөҙ!

Ялан аяҡ йөрөү балаларға бигерәк тә файҙалы! 

Ялан аяҡ йөрөгөҙ!
Ялан аяҡ йөрөгөҙ!

Балаларыбыҙҙың әҙ генә ялан аяҡ йөрөгәнен күрһәк тә, нәскиеңде кей, һыуыҡ тейҙерәһең хәҙер, тип әрләшәбеҙ. Үҙебеҙҙең, ялан аяҡ йөрөп, үксәләр ярылып бөткәнен онотабыҙ. Хәтерләгеҙ әле, ыһ та итмәй ташлы юл, кипкән үлән буйлап нисегерәк йүгерә торғайныҡ!

Ә бит ялан аяҡ йөрөү бигерәк тә балалар өсөн файҙалы. Уларҙың организмы нығына, координацияһы яҡшыра, мускулдары нығый.

Ялан аяҡ йөрөүҙең ғөмүмән файҙаһы ҙур:

- табандарға массаж. Эске органдарҙың эшмәкәрлеге өсөн яуап биреүсе рефлектор нөктәләр нәҡ табандарҙа урынлашҡан.

- яҫы табанлылыҡ (айыутабан) барлыҡҡа килмәйәсәк. Аяҡ кейемһеҙ йөрөү аяҡтарға ял итергә мөмкинлек бирә.

- иртәнге ысыҡта йөрөүҙең шифаһы ҙур. Ул һаулыҡты нығытып ҡына ҡалмай, аяҡты тирләүҙән, бәшмәк ауырыуҙарынан да арындыра ала;

- кәйефте күтәрә, иммунитетты нығыта, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә;

- ҡан әйләнешен яҡшырта, аяҡ мускулдарын нығыта, арыуҙы кәметә.

Ялан аяҡ ҡайҙа йөрөргә?

Мөмкинлек килеп тыуғанда ялан аяҡ йөрөргә тырышырға кәрәк. Әммә асфальт, плитә юлдарҙан түгел. Паркта, пляжда йөрөү мөмкинлеге булмаһа, өйҙә лә шарттар тыуҙырырға мөмкин. Уның өсөн тасҡа ҡырсынташ һалығаҙ, диңгеҙ тоҙо һибегеҙ һәм һыу ҡойоғоҙ. Көнөнә 100-ләгән аҙым яһау ҙа етә. Был организмды сәләмәтләндереүҙең һәм сыныҡтырыуҙың иң яҡшы ысулы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: