-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Өфитәр ағай
9 Август 2021, 17:10

Тотлоғоуҙы еңеп була

Тотлоғоуға ауырыу, тип түгел, ә үҙгәртеп булырлыҡ хәл итеп ҡарарға кәрәк...

Тотлоғоуҙы еңеп була
Тотлоғоуҙы еңеп була

Тотлоғоу – киң таралған ауырыуҙарҙың береһе

Тикшереүҙәрҙең күрһәтеүенсә, ғәҙәттә ул бала саҡта хасил була. Телмәр аппараты мускулдары ҡалтырауы һөҙөмтәһендә тотлоҡҡан кеше өҙөп-өҙөп һәйләшә, хәрефтәрҙе “йота”, һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлай. Тотлоғоу даими ҙа, ваҡытлыса ла булырға мөмкин. Мәҫәлән, берәүҙәр кеше араһында тотлоҡһа, икенселәр аудиторияла, дәрес, имтихан мәлендә, телефондан һөйләшкәндә, таныш булмаған кеше менән аралашҡанда, ҡапыл бирелгән һорауға яуап биргәндә ҡыйынлыҡ кисерә. Был психологик йәрәхәттәргә килтерә, кешелә кәмселлек тойғоһо, кире эмоциялар тыуҙыра. Шунлыҡтан кеше аралашыуҙан ҡаса, һөйләшмәҫкә тырыша. Күптәр шул арҡала үҙенең һөнәри оҫталығын, башҡа һәләтен күрһәтеүҙән баш тарта. Уның күңелен, әгәр ҙә тотлоҡмаһам, тигән хис ялмап ала. Был-телмәрҙе генә түгел, психиканы ла ҡаҡшата.

Ауырыуҙың тәүге билдәләрен нисек асыҡларға була?

Сирҙең беренсе билдәләрен иғтибарһыҙ үткәреп ебәрергә ярамай. Сөнки ваҡытында дауалау өсөн тейешле сара күрмәһәң, тотлоғоу ғүмерлеккә ҡалыуы ихтимал. Әгәр бала сәбәпһеҙгә бер-ике сәғәткә шымып ҡалһа, артабан йәнә һин дә мин һөйләшеп китһә, һүҙҙәрҙең башында “а”, “и” кеүек артыҡ өндәр ҡулланһа, тәүге ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе ҡабатлаһа, һүҙҙең уртаһында мәжбүри туҡтап ҡалһа, һүҙ башлар алдынан ҡыйынһынһа – борсолорға урын бар. Һанап үтелгәндәр иртәме-һуңмы тотлоғоуға килтереүе мөмкин.

Тотлоғоуҙың сәбәптәре нимәлә?

Төп сәбәптәрҙең береһе – үҙәк нервы системаһының ҡаҡшауы. Әммә сирҙең барлыҡҡа килеү формаһы төрлө булыуы мөмкин. Мәҫәлән, тотлоғоу, инфекция ауырыуы үткәреп, организм хәлһеҙләнгәндән дә, ҡурҡыуҙан да, оҙайлы психик невротизациянан – даими хәлһеҙлектән, тупаҫлыҡтан да хасил булыуы ихтимал. Йәшәү шарттарының ҡапыл насарайыуы, ғаиләләге низағтар, көн тәртибендәге ҡырҡа үҙгәрештәр ҙә сирҙе аҙҙырып ебәреүе ихтимал.

Теле иртә асылған, ата-әсәһе шиғыр- әкиәтте күп уҡыған балаларға ла һаҡсыл ҡараш кәрәк. Ни өсөн тигәндә, мәғлүмәт күплеге, ҡайһы саҡта, йә ҡабатла, һөйлә, тип сабыйҙы мәжбүр итеү хәүефте бермә-бер арттыра.

Ниндәй кәңәштәр бирергә мөмкин?

Элегерәк тотлоғоуҙы баш мейеһендә һыу йыйылыу менән бәйле ауырыу, тип ҡарағандар. Уҙған быуаттың 19-сы – 20-се йылдарында тотлоғоу аңҡау ҡыҫылыуы арҡаһында барлыҡҡа килә, тип иҫбат ителә.

Баланы бәләкәй сағында ҡолатмай үҫтереү, йәрәхәтләнеүҙән һаҡлау зарур. Ауыҙына, аңҡауына иғтибар итегеҙ. Сирҙәрҙе хроник хроник төҫкә әйләндермәҫ өсөн ваҡытында дауалағыҙ. Бала өсөн тотлоҡҡан, телмәрендә етешһеҙлектәре булған кеше менән аралашыу ҙа насар тәьҫир итә.

Ә нервы системаһы тотороҡло булмағандарға тыныс мөхит булдырыу шарт.

Шаулы уйындар уйнауҙан тыйырға кәрәк. Тотлоғоу бала уҡырға барғас уғата көсәйеүе мөмкин. Сөнки баланы аяғүрә баҫтырып һорау биреү һәм башҡалар ауырыуҙы киҫкенләштерә. Ундайҙарға логопед ярҙамы даими рәүештә талап ителә. Шулай уҡ йоҡоға, туҡланыуға ла етди иғтибар бүлеү зарур.

Белгестәр дүрт йәшлек балаға ауыр һәм аңлайышһыҙ һүҙҙәрҙе ҡабатлатып йонсотмаҫҡа кәңәш итә. Уның нервы системаһы һәм һөйләшеү аппараты нығынырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ата-әсә баланы һөйләшергә өйрәтмәһә лә, уҡымаһа ла насар. Тимәк, артыҡ иғтибар ҙа, иғтибарһыҙлыҡ та кәрәкмәй. Туҡтауһыҙ телевизор, видеофильмдар, кинотеатрҙар хис-тойғоларҙы көсәйтә, арыта, ярһыта. Ә ярһыу баланың һорауҙары күбәйә, ашығып, хәбәрҙәрҙе өҙөп-йолҡоп, хәрефтәрҙе “йотоп” һөйләй башлай, һүҙҙе, ижектәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлай.

Тотлоғоуҙы ҡурҡыуҙан барлыҡҡа килгән ауырыу, тип тә әйтәләр.

Ата-әсәләр иғтибарлы булмаһалар, баланың хәүефләнеүен, ҡараңғылыҡтан ҡурҡыуын, оҙаҡ йоҡлай алмай ятыуын, төндә һаташыуын, тертләүен күрмәүе лә мөмкин. Һанап үтелгәндәр бәләкәстәр араһында ғына түгел, үҫмер балаларҙа ла йыш осрай. Был осраҡта уларҙың ҡурҡаҡлығынан йәки ҡылығынан көлөү, иҫкәртеү, тыйыу урынһыҙ. Киреһенсә, баланы тынысландырыу, ҡурҡырлыҡ сәбәп юҡ икәнлеген аңлатығыҙ.Әгәр бала ҡараңғылыҡтан ҡурҡһа, төндә тоноҡ ҡына ут яндырығыҙ, ә бер аҙҙан ул ҡараңғыла ла йоҡлай башлаясаҡ. Әгәр ҡурҡҡан баланың ыңғайына тормағанда невроз, тотлоғоу ауырыуҙары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Балаһы тотлоҡҡан ата-әсә өсөн ғаиләлә тыныслыҡ булдырыу шарт. Был махсус процедураларҙан, барлыҡ дарыуҙарҙан мөһимерәк.

Нисек ярҙам итеп була?

Иң элек табип-психоневрологтың консультацияһы кәрәк. Белгес тынысландырыусы дарыуҙар тәғәйенләүе мөмкин. Психоневролог кәрәк, тип тапһа, дауалауға башҡа белгестәрҙе лә йәлеп итә ала.

 

Тотлоғоуға ауырыу, тип түгел, ә үҙгәртеп булырлыҡ хәл итеп ҡарарға кәрәк. Шунлыҡтан, тотлоҡҡан баланы иркен һәм ышаныслы итеп аралашырға өйрәтеү бурысы тора. Уларға яйлап һәм ҡулдарҙы,бармаҡтарҙы бергә хәрәкәтләндереп һөйләшергә ҡушалар. Был алым үҙ телмәреңә иғтибар итеү өсөн уңайлы. Логопед ярҙамы мөһим. Белгес һулыш гимнастикаһы, ритмикаһы аша дөрөҫ итеп һөйләшергә өйрәтәсәк. 

 

Фәниә РӘХМӘТУЛЛИНА, юғары категориялы уҡытыусы-логопед.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: